+15 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Ноября 2021, 15:00

Күмәк балалы ғаиләләргә - сертификаттар

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында демография мәсьәләләрен хәл итеү иң мөһим бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә күмәк бала тәрбиәләүсе, социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж ғаиләләргә федераль, төбәк, шулай уҡ районыбыҙҙың власть органдары тарафынан төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Күмәк балалы ғаиләләргә -  сертификаттарКүмәк балалы ғаиләләргә -  сертификаттар
Күмәк балалы ғаиләләргә - сертификаттар

18 ноябрҙә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Рафаил улы Әхмәтов күмәк бала тәрбиәләгән ике ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Был социаль түләүҙәргә лайыҡ булған Оло Үтәш ауылында йәшәүсе Гүзәл менән Салауат Әбделмәновтар һәм Курорт ауылынан Надежда Михайлова алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Сарала район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлегенең баш белгесе Глүзә Ардаширова ла ҡатнашты.
Әбделмәновтар дәүләт ярҙамын Әсәлек капиталына һатып алған йорттарына төкәтмәгә тотонасаҡ. 11 йыл татыулыҡта йәшәгән ғаиләлә 4 бала буй еткерә. Аязға – 10, Алмазға – 8, Айзиләгә – 3, Авзалға 2 йәш. Гүзәл Ғиндулла ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы, Салауат Сабит улы “Урожай” КХ ЯСЙ-ендә “КамАЗ” водителе.
Ә Надежда Васильевна ярҙам аҡсаһын йорт һатып алырға тотонорға уйлай. Береһенән икенсеһе бәләкәйерәк өс ҡыҙҙың (2, 4, 8 йәшлек Ксения, Софья, Вероника) әсәһе балаларын яңғыҙы тәрбиәләй.
-Хөкүмәтебеҙҙең беҙҙең кеүек күмәк балалы ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Дәүләт ярҙамы торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк, - тип сикһеҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты бәхетле ғаиләләр.

Күмәк балалы ғаиләләргә -  сертификаттар
Күмәк балалы ғаиләләргә - сертификаттар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас