+13 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Ноября 2021, 12:05

Йәрминкәлә - тейәр хаҡҡа

Шәмбе көнө Красноусолдың М.Ғафури майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Иртә менән буранлап иҫкән көслө ел дә һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла ҡамасау була алманы.

Йәрминкәлә -  тейәр хаҡҡаЙәрминкәлә -  тейәр хаҡҡа
Йәрминкәлә - тейәр хаҡҡа

Был йәрминкә иткә мул булыуы менән башҡаларынан айырылып торҙо. Һыйыр-башмаҡ, ат, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә иттәренең йәнең теләгәнен алырға мөмкин ине. Шәхси эшҡыуар “А.А.Рәжәпова” һатып алыусылар ҡарамағына балыҡтың ниндәй генә төрөн ҡуймағайны. Теләүселәр иркенләп һайлап ала алды. Үтәк, Бурлы, Табын ауыл биләмәләре халҡы был йәрминкәлә үҙҙәренең әүҙемлектәрен күрһәтте. Ҡормантау ауылынан Исламғолованың ҡаҙыһын, Юрмаш ауылынан Салауатовтарҙың һөт-ит ризыҡтарын һатып алырға теләүселәр ҙә күп булды. Шулай уҡ Юрмаш ауылынан Монасипованың матур итеп бәйләнгән шәл-шарф, бейәләй-башалтайҙары ла һыуыҡ көндә өшөүселәрҙе үҙенә йәлеп итмәй ҡалманы.
Йәрминкәлә һатыу йылдам барҙы, йәрминкәгә килтерелгән ауыл һөтө, ҡорот, эремсек, май, ҡаймаҡ, бал, бешерелгән әйберҙәр ҙә өҫтәлдәрҙән һатып алыусылар ҡулына елдәй осоп ҡына торҙо. Мал, ҡош-ҡорт аҫраусылар “Ҡыш бауыры оҙон” тигән әйтемде күҙ уңында тотоп, үҙҙәренең мал-тыуарҙарына ла аҙыҡ запасын тупланы. Буруновка һәм Яңғыҙҡайындан килтерелгән пресланған һаламды, игенде улар шатланып һатып алдылар.
Йәрминкәлә һәр кем тейәр хаҡҡа алырын алып, һатыры - һатып ҡыуанды. Ни тиһәң дә үҙебеҙҙекенә етмәй шул. Сарала санитар-эпидемиологик талаптар ҙа теүәл үтәлде.

Йәрминкәлә -  тейәр хаҡҡа
Йәрминкәлә - тейәр хаҡҡа
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас