

Кинорежиссер Айнур Асҡаровтың яңы фильмы беҙгə бик оҡшаны. Сюжет ябай: кредитҡа һəм бурысҡа батҡан күп балалы Рəхмəтуллиндар ғаиләһе иҫке генә микроавтобуста “Йыл ғаиләһе” конкурсына бара. Фильмдың геройҙары “Йыл ғаиләһе” конкурсында еңеүселәргә 5 миллион һум аҡса бирелә тигәс, конкурсҡа юллана. Төп бүләк - ғаиләне бөлөүҙән ҡотҡарыу өсөн һуңғы мөмкинлек, тип ышана улар. Ошо рәүешле улар барлыҡ финанс проблемаларын хәл итергә уйлайҙар. Бер үк ваҡытта күңелле лә, мәҙәк тә, һөйкөмлө, башҡаларға оҡшамаған, шул уҡ ваҡытта күп кенә рәсәйлеләрҙе хәтерләткән ғаилә ул.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алмас Әмировтың уйнауы беҙгә айырыуса оҡшаны.
Был кино - тормошта аҡсанан да мөһимерәк әйберҙәр барлығын күрһәтә. Ҡайһы саҡ беҙ аҡса артынан сабып, ғаиләбеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы онотоп ебәрәбеҙ.
Мəктəптə был фильм тураhында үҙ фекерҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Фильмдың геройҙарын яратмау мөмкин түгел. “Йыл ғаиләһе” фильмына ғаиләгеҙ менән килегеҙ. Үкенмәҫһегеҙ!
Гɵлнара МУЛЛАГИЛДИНА,
Йөҙимән мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.