Беҙҙең Ғафури районының да тулы ҡеүәтенә эшләп торған саҡтары бар ине. Красноусол быяла заводы, Ғафури леспромхозы, Табын консерва заводы, һөт заводы, “Сельхозтехника”, “Сельхозхимия” кеүек предприятиелар, колхоздар һәм совхоздар әүҙем үҫеште, етештереү ҡеүәтен арттырҙы. Ул йылдарҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, клубтар, етештереү объекттары күпләп төҙөлдө һәм яңыртылды, яңы йорттар-фатирҙар йылдам артты. Районыбыҙ республикала ла һәйбәт иҫәптә булды. Барлыҡ уңыштар артында, әлбиттә, унда эшләүсе кешеләр торҙо. Тыуып үҫкән ерҙәрендә төпләнеп, уға файҙа килтерә алыуҙарына ысын күңелдән ғорурлыҡ кисереп эшләне улар, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ.
Тап ана шундай, тыуған төйәгендә ереккән кешеләрҙең береһе – Фәнил Рәшит улы Дәүләтбаев хаҡында ине һүҙем. Ошо көндәрҙә ул үҙенең матур юбилейын билдәләй.
Ф.Р.Дәүләтбаев хеҙмәт юлын, урман техникумын тамамлағандан һуң, районыбыҙҙағы леспромхозда башланы. Бында 1972 йылдан 1991 йылғаса эшләү дәүерендә мастерҙан алып баш инженерға тиклем хеҙмәт юлы үтте. Артабан уны КПСС-тың район комитеты аппаратына күсерҙеләр. 2000–2008 йылдарҙа иһә Ғафури районы буйынса хеҙмәт бүлеген етәкләне, унан һуң район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе булып байтаҡ эшләне. Фәнил Рәшит улы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт кәңәшсеһе булып тора. Үҙенең эшләү дәүерендә бик күп наградалар менән бүләкләнде.
Әле лә, хаҡлы ялда булһа ла, ул райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ғаиләһенә: ҡатыны Алира Әмирйән ҡыҙына, өс ҡыҙына һәм алты ейәненә лә иғтибары, хәстәрлеге етә уның.
Фәнил Дәүләтбаев әүҙем һәм сәләмәт тормош алып бара. Йәштән спортты үҙ иткән кеше булараҡ, әле лә йәйәү йөрөргә ярата, скандинав таяҡтары менән атлауҙы ғәҙәт итеп алды, ҡышын саңғыға баҫа, төрлө район ярыштарында ҡатнашып, саңғы, йөҙөү буйынса өлкәндәр араһында чемпион булғаны бар. ГТО нормативын “алтын” билдәгә тапшырҙы. Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, дәртле кеше ул, ыңғай кәйефен эргәһендәге кешеләргә лә “йоҡтора”. Ә инде ундағы маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ихтыяр көсө, тормош һынауҙары алдында баҙап ҡалмай торған холҡо күптәргә, айырыуса йәштәргә өлгө булырлыҡ.
Юбилейы уңайынан уға һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләге килә. Артабан да шулай тормош һөйөүсән булып, йәшәүҙән йәм, ғәм табып, һәр көндө көр кәйеф менән шатланып ҡаршыларға, ғәзиз кешеләре, яҡындары менән бергә-бергә ҡыуаныста йәшәргә яҙһын.
Фәнис ДӘҮЛӘТБАЕВ.
Красноусол ауылы.