Әсәйҙәрҙең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡараштарын, тәмле аштарын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр...
Әсә!
Шундай мәғәнәле, наҙлы, һоҡланғыс, уйландырғыс һүҙ. Үҙ эсенә күпме мәғәнә һыйҙыра, күпме йылылыҡ бөркә ошо бәләкәй генә һүҙ!
Минең дә донъяла иң яҡын һәм ҡәҙерле кешем - ул әсәйем. Әсәйем, Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы Вәлиева, бар тәбиғәт гөл-сәскәгә күмелгән ваҡытта Ҡаранйылға ауы-лында донъяға килгән. Бала сағын һәм үҫмер йылдарын әсәйем ошо ауылда үткәргән. Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Белорет медицина училищеһының фельдшерҙар бүлегенә уҡырға инә. Әсәйем ҡулына диплом алып, Сәйетбаба участка дауаханаһына эшкә ҡайта һәм фельд-шер булып эш башлай. Атайым Назиф Ҡазихан улы Вәлиев менән танышып, татыу ғаилә ҡороп ебәрәләр, беҙгә, өс балаға ғүмер бирәләр. Әсәйем үҙенең эшенә тоғро ҡалып, бер урында утыҙ ике йыл эшләй. Эшендә уны бик яраталар һәм хөрмәт итәләр, шуға күрә лә үҙенең һөнәрен бик яратып башҡара ул. Әсәйемдең эше еңелдән түгел, яуаплы ла, ауыр ҙа. Беҙ быны бик яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә өйҙә әсәйебеҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ. Әсәйем бар яҡҡа ла өлгөрә. Тәҙрә төптәрен тултырып гөлдәр ҙә үҫтерә, ҡул эштәре менән дә мауыға.
Минең уйлауымса, әсәләрҙе беҙ һәр ваҡыт хөрмәтләргә бурыслыбыҙ. Сөнки әсәй - өйҙөң йәме, нур таратыусы. Әсәйһеҙ кеше тыумай, тормош булмай. Әсәйҙәрҙе ҡәҙерләйек, хөрмәтләйек! Ҡәҙерле әсәйемде донъялағы иң матур байрамдарҙың береһе менән ысын күңелдән ҡотлайым! Уға сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Ҡыҙҙары Наҙгөл һәм Гөлназ ВӘЛИЕВАЛАР.
Ҡаранйылға ауылы.