Зөлғәнифә әбейҙе бәхетле инәй, әсәй, өләсәй тип әйтергә мөмкин. Ғәлиә лә 5 балаға инәй булыуы менән бәхетле. Үҙ йәшенән күпкә йәшерәк сырайлы әбейҙең теремеклегенә, тәрән аҡылына, үткер зиһененә һоҡланырлыҡ. Ер йөҙөндә бер быуатҡа торошло ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы ла үҙе бер тарих. Ә бит үҙ ғүмерендә йәштәштәре ни күрһә, Зөлғәнифә әбей ҙә шуны кисерә: иген урыу, бесән сабыу, көлтә бәйләү, яҡындарын һуғыштан көтөү – барыһы ла башынан үтә. Төрлө заман елдәре лә ҡағылмай үтмәгән: һуғыш, аслыҡ, илде аяҡҡа баҫтырыу, сабаталы әсе бала саҡ йылдары.
Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Зөлғәнифә Йәнмырҙина (ҡыҙ фамилияһы) 1948 йылда Ерек ауылы егете Ғәләүетдин Сәғәҙетдин улы менән тормош ҡора. “Ленинизм” колхозында төрлө эштәрҙә эшләй: сөгөлдөр ҙә үҫтерә, сөгөлдөрсөләрҙең звено етәксеһе лә була, һарыҡ фермаһында ла хеҙмәт сынығыуы ала, почтальон булып та эшләргә тура килә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, килен һынатмай, таҫыллығы, тәүәккәллеге, тырышлығы, бөтмөрлөгө, намыҫлы булыуы менән алдыра. Һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшеп, “Ленинизм” колхозында ғына түгел, район буйынса һәр саҡ алдынғылар рәтендә була.
З. Әсфәндийәрованың тырыш хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары, юғары наградалар менән билдәләнә, “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
Хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған, һәр кемгә өлгө булырлыҡ ғүмер юлы үткән Зөлғәнифә Шакир ҡыҙы хәҙер Еректә күптән үҙ кеше. Әммә ире менән генә бәхеткә-шатлыҡҡа төрөнөп, оҙаҡ парлы ғүмер кисерергә насип булмай уға. Йәшәүҙәренә 18 йыл тигәндә, балаларын атайһыҙ, үҙен 36 йәшендә генә тол ҡалдырып, ире фажиғәле рәүештә гүр эйәһе була. 7 балаға ғүмер биреп, икәүһе сабый көйөнә вафат булған. 4 ҡыҙ һәм бер улын яңғыҙына тәрбиәләп үҫтерергә тура килә. Ҡыҙҙарының барыһы ла ҡошсоҡтар кеүек тыуған ояларын ҡалдырып, осоп сығып киткәндәр. Рәхимә менән Светлана – Биробиджанда, Гөлшат менән Клара Хабаровскиҙа төпләнгән. Улы Рәмил генә тормош ҡороп, ҡыҙ-улға атай булып, ғаиләһе менән матур итеп йәшәп ятҡанда, барыһын ауыр ҡайғыға һалып, яҡты донъяны ҡалдырып киткән. Балалары инәйҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, өлгөлө тормош көтәләр, ярҙамдарынан ташламайҙар.
Бөгөн Ерек ауылында йәшәүсе Зөлғәнифә Шакир ҡыҙы 12 ейән-ейәнсәргә әсәй (өләсәй) булған, хәҙер иһә уның йәшәйешенә 17 бүлә-бүләсәре ҡыуаныс өҫтәй. 93-сө йәшен ваҡлаған әбей күп йылдар элек тормош иптәшен юғалтһа ла, үҙен яңғыҙ тоймай. Ҡыҙҙары, ейәне – ныҡлы терәге-таянысы, ситтә йәшәүселәре хәлен белешеп торалар, йорттары бүлә-бүләсәрҙәренең тауышынан гөр килеп тора.
Зөлғәнифә әбей мәрхүм Рәмиленең улы – ейәне Данис, килене – Юлыҡ ауылы ҡыҙы Ғәлиә менән ҙур, иркен итеп һалынған күркәм йортта (11х12 м) балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыш-шатлыҡтарына һөйөнөп, бәхетле ҡартлығын кисерә. Урыны һәр ваҡыт түрҙә, үҙенең айырым бүлмәһендә балаларына бәхет, ил-көнгә именлек теләп, аят-вәғәздәре аша бүлә-бүләсәрҙәренә изгелек орлоҡтары сәсеп, ғүмер йомғағын һүтә. Бүләрҙәре 14 һәм 11 йәшлек Динислам менән Данил, бүләсәре Азалия (10 йәш) Бурлы мәктәбенә йөрөп уҡый, 5 йәшлек Диана менән 2 йәшлек Искәндәр өйҙә. Әсфәндийәровтар күпләп мал: быҙауҙары менән өс һыйыр, ат аҫрайҙар. 50-шәр ҡаҙ, өйрәктәр алып үҫтерәләр.
Бәхетле инәйгә артабан да балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәргә, ә килененә үҙе кеүек әсәй, өләсәй булыу бәхетен кисерергә яҙһын.