Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2021, 15:50

Мамыҡ юрғандарға төрөнөп килен төштө ауылға

Республика буйлап “Айыҡ ауыл-2021” конкурсы ышаныслы аҙымдар менән алға атлай. Уның быйылғыһы ла республикабыҙҙың йөҙләп ауылын үҙ артынан эйәртмәксе. Районыбыҙҙың Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡыҙылъяр ауылы ла ошо исемлектә. Һәр ауылдың үҙенең йәшәү үҙенсәлегенә, көнкүреш йолаларына бәйләп, айыҡ туйҙар, юбилейҙар һәм башҡа байрамдар, саралар ойошторола башланы.

Мамыҡ юрғандарға төрөнөп  килен төштө ауылға
Мамыҡ юрғандарға төрөнөп килен төштө ауылға

20 ноябрҙә Еҙем-Ҡаран ауылында был конкурс сиктәрендә уҙғарылған тәүге күркәм сара - “Килен төшөрөү” тип аталды. Байрамда Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова ҡатнашып, изге теләктәрен еткерҙе. Режиссёр Денира Биктимерова ҡуйған йола үҙенсәлекле итеп, шартына килтереп үтәлде. Сараны музыкаль яҡтан район мәҙәниәт һарайы баянсыһы Наил Вәлиев биҙәне.
“Килен төшөрөү” сараһы Денира менән Дамир Биктимеровтар йортонда үтте. Килен төшәсәк ихата алды байрамса, күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән. Йорт хужалары – кейәү егетенең ата-әсәһе, килендең ҡайны-ҡәйнәһе (Тәнзилә Искәндәрова, Дамир Биктимеров), ҡунаҡтар киленде, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Бына, йырҙа йырланғанса, аҡ күбеккә батҡан, дуғалары биҙәлгән юрғалар күренде. Йәш киленде күреп ҡалырға тип кешеләр сыҡҡан. Бала-сағалар: “Һөйөнсө, һөйөнсө!”, “Килен төшә!”, “Беҙгә бүләктәр тарата!” – тип ҡысҡырышып, юрғалар артынан саба. Кәнфиттәр һибәләр, балалар сыр-сыу килешеп, тәмлекәстәрҙе йыялар. Баш ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы (Рөстәм Шәйәхмәтов, Дания Лоҡманова), ҡунаҡтарҙы, киленде ҡаршы алалар. Кейәү егете (Финат Ғиззәтуллин, 11-се класс уҡыусыһы) кәләшен (Индира Биктимерова) күтәреп ишек алдына килтерә. Арттарынан баш ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, ҡоҙа-ҡоҙасалар килен бирнәһен, һандыҡ, йыуасалар, батмуста ҡаҙ, сәк-сәк тотоп атлайҙар.
Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре шул тиклем матур һәм ыңғай күренештәргә бай, әйтәйек, киленгә теләк теләү, бүләк биреү булһынмы. Ҡәйнә (Тәнзилә Искәндәрова) ергә аҡ кейеҙ, уның өҫтөнә ҡабарып торған мамыҡ мендәр һала. "Уң аяҡтан төш, килен, тояҡтарың еңел булһын, таштай, ҡомдай, бат, килен!" – ти. Килен мендәргә уң аяғы менән баҫа. Еңгәләре: “Уң аяғы менән баҫты, уңған килен булыр, иншаллаһ! Төклө аяғың менән! Бүҙәнәләй түлле бул, уллы бул, ҡыҙлы бул!”- тиеште. Ҡәйнә: “Телең балдай татлы, майҙай йомшаҡ булһын!” – тип, бал-май ҡаптыра. Йола буйынса килененә шәл яба. Килен төшөрөү күңелле күренештәргә бик бай булды: ҡоҙаларҙы ҡаршылау, килен төшөрөү, йырлашып-бейешеп киленгә һыу юлы күрһәтеү, шишмәгә ваҡ аҡсалар ырғытып, һыу эйәһенең ризалығы менән һыу алыу, килен килтергән һыуҙы тәмләү, самауыр ҡайнатып килен сәйе эсеү, киленде бейетеү кеүек матур ғөрөф-ғәҙәттәрҙең барыһы ла үтәлде.
Еҙемҡарандарҙың “Айыҡ ауыл” конкурсы сараларын килен төшөрөүгә арналған байрам менән башлап ебәреүе үҙе бер изге билдә булғандыр. Ғаиләләр барлыҡҡа килә икән, тимәк, киләсәгебеҙ бар. Был туйҙарҙы эскеһеҙ үткәреүҙе ишаралай. Йола тотоп, айыҡ килеш тә йырлап-бейеп күңел асырға мөмкин. Эскеһеҙ үткән туйҙан һуң ата-әсәнең балаһына ҡарашы үҙгәрәсәк. Сөнки һәр кем ҡыҙын (улын) сәләмәт, бәхетле һәм уңышлы итеп күрергә теләй. Ә айыҡ йәшәү рәүеше шуның нигеҙе булып тора ла.

Мамыҡ юрғандарға төрөнөп  килен төштө ауылға
Мамыҡ юрғандарға төрөнөп килен төштө ауылға
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас