Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2021, 14:45

Юлдарҙа һуғыштағы кеүек...

Юлдарҙағы хәл һуғыш яланын хәтерләтә, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ, сөнки көн дә тиерлек юл-транспорт ваҡиғаларында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында борсоулы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ.

Юлдарҙа һуғыштағы кеүек...
Юлдарҙа һуғыштағы кеүек...

Һәр ҡайҙағыса, беҙҙең ра-йонда ла юлдарҙағы хәл-торош һөйөнөслө түгел. Республика ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республиканың ҡайһы бер район-ҡалаларындағы кеүек, беҙҙә лә авариялар һаны артҡан, кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән һәләкәттәрҙең күбәйеүе күҙәтелә.
Районыбыҙ юлдарында теркәлгән хәл-ваҡиғаларҙы анализлау шуны күрһәтә: 2021 йыл башынан 200 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, шуның 38-ендә кешеләр зыян күргән. Былтыр улар һаны 26 булған.
Аварияларҙа һәләк булыу осраҡтарының күбәйеүе хәүефкә һала. Район юлдарында автомобиль аварияларында 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бынан алдағы йылдарҙа һәләк булыусылар һаны өс тапҡырға кәм булған – йылына өсәү генә. Аварияларҙа балалар ҙа зыян күргән, 2020 йылда берәү ҙә булмаған. Юл-транспорт ваҡиғаларында ике бәлиғ булмаған үҫмер тән йәрәхәте алған, бәхеткә күрә, үлемесле түгел.
Кеше үлеменә килтергән аварияларға килгәндә, ике автомобиль аварияһында күп кешенең ҡорбан булыуы үтә лә аяныслы.
21 февралдә Ишембай-Красноусол автомобиль юлында Ишембай ҡалаһы водителдәре идара иткән “Лада XRAY” менән “Рено Дастер” еңел автомашиналары бәрелешә. Һөҙөмтәлә, дүрт кеше (водителдәрҙең икеһе лә һәм “Лада XRAY”-ҙың ике пассажиры) һәләкәт урынында йән бирә.
Күптәр 21 августа Талбазы-Красноусол автомобиль юлының Аҡкүл ауылы янындағы тимер юлдан аша сығыу урынында булған үлемесле авария хаҡында иҫләйҙер. 25 йәшлек ошо ауыл кешеһе “Форд Фокус” автомобиленә идара иткәндә тимер юл транспорты яҡынлашып килеүенә иғтибар бирмәй, светофорҙың тыйылған сигналын инҡар итеп, тимер юлға барып керә. Ҡотолғоһоҙ хата еңел автомобилдең магистраль тепловоз менән бәрелешеүенә килтерә. Тимер юл-транспорт ваҡиғаһы фажиғәле тамамлана, 3 кеше – водитель үҙе һәм ике пассажиры һәләк була.
Һөҙөмтәлә, ике юл-транспорт ваҡиғаһында ғына ете кешене юғалттыҡ. Быйыл шулай уҡ ра-
йонда зыян күреү осраҡтары менән юл-транспорт ваҡиғаларының ҡапыл артыуы күҙәтелде (алда билдәләнгәнсә, улар һаны – 38, 2020 йылда 26 ине). Был хәлдең ҡатмарлы булыуы хаҡында һөйләй һәм айырыуса иғтибарҙы талап итә. Ағымдағы йылдың уҙған айҙарында тән йәрәхәте алыусылар, йәғни юл-транспорт ваҡиғаһында имгәнеүселәр – 48 кеше!
Районыбыҙҙың иң күп аварияға килтереүсе юл участкаларына килгәндә, Талбазы-Красноусол автомобиль юлында иң күп авариялар – 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө, шунса уҡ кеше имгәнде һәм тән йәрәхәттәре алды. 5 юл-транспорт ваҡиғаһы Архангел-Красноусол юлында булып, бындағы бәхетһеҙ осраҡта бер кеше һәләк булды һәм 15 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды. Ишембай-Красноусол автомобиль юлында ике авария булып, дүрт кеше һәләкәт ҡорбаны булды һәм бер кеше имгәнде. Шулай уҡ район үҙәгендәге юлдарҙағы хәл-торош иғтибар талап итә. Красноусолда зыян күреүселәр менән 5 юл-транспорт ваҡиғаһы булды, бер кешенең ғүмере өҙөлдө, 15 кеше тән йәрәхәттәре алды. Стәрлетамаҡ-Красноусол автомобиль юлында үткән айҙарҙа бер юл-транспорт ваҡиғаһы бер кешенең үлеменә килтерҙе, дүрт кеше имгәнде.
- Был ябай һандар түгел. Әммә юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау йәһәтенән юлдарҙа кешеләрҙең: водитель булһынмы ул, пассажирмы, йәйәүлеме – үҙҙәренең ғәҙәтен үҙгәртергә кәрәк. Беҙҙә, һәр ваҡыттағыса, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, автомобилде уҙыу, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыу һәм хәүефһеҙлек ҡайышын һанға һуҡмау осраҡтары бик күп. Ҡағиҙә боҙған йәйәүлеләргә лә протоколдар әҙ түгел. Эскән килеш руль артына ултырыусылар ҙур проблема тыуҙыра. Районыбыҙ биләмәһендә ноябрь башына транспорт сараһына алкоголле эсемлек ҡулланып идара иткән 157 водитель асыҡланды. Был иҫәпкә медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартыу факты ла ингән. Йәғни йылдың-йылы бер үк сәбәптәр. Кешенең асылын үҙгәртмәй тороп, юлдарҙа тәртип урынлаштырыуы ауыр. Бигерәк тә руль артына ултырғандар иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар ҙа, йәйәүлеләр ҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәһен ине, – ти районыбыҙҙа юлдарҙағы хәл-торош менән таныштырып, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы, полиция капитаны
Альберт Миңлеғәлим улы Борханов.
Тыныс тормошта кешеләрҙең юлдарҙа ҡырылыуы – аяныслы хәл. Хәҙер сәфәр йөрөүе лә ҡурҡыныс. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә рес-публика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ кәңәшмәләрҙә лә һәр саҡ күтәрелеп тора. Уҙған аҙналағы ултырышта ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк юлдарында кеше ғүмерҙәрен өҙгән аварияларҙа үлем осраҡтарының артыуын билдәләне.
– Юлдарҙа хәл көсөргәнешле, беҙҙә юл-транспорт ваҡиғалары кәмене, әммә үлеүселәр һаны артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа үлемде кәметеү буйынса йыл башында ҡуйылған күрһәткестәрҙе үтәмәйбеҙ. Бының сәбәптәре күп. Беҙ бер нисә ҡарар әҙерләнек, уларҙы ғәмәлгә индерергә кәрәк. Әгәр берҙәм эшләһәк, юлдарҙа кешеләрҙең үлем осрағының кәмеүенә өлгәшәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Юлдағы һәр фажиғә - күпме ғаиләнең баҫылмаҫ йән яраһы, күҙ йәше, селпәрәмә килгән яҙмыштар, тормошҡа ашмаған хыялдар. Ошо хаҡта юлға сыҡҡан һәр кем иҫендә тотһон ине.

Юлдарҙа һуғыштағы кеүек...
Юлдарҙа һуғыштағы кеүек...
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас