Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 14:55

Иң йылы һүҙҙәр, һеҙгә, әсәләр!

26 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Кисәгә йыйылған әсәләргә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Әхмәтов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.

Иң йылы һүҙҙәр, һеҙгә, әсәләр!
Иң йылы һүҙҙәр, һеҙгә, әсәләр!

-Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙе матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым. Әсә булыу – ҡатын-ҡыҙҙың изге эше, ул ҙур шатлыҡ һәм оло хеҙмәт. Әгәр ҙә һеҙ булмаһағыҙ, беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ, Ғафури районының ғорурлығы булған шәхестәребеҙ ҙә булмаҫ ине. Һеҙ әсәлек бурысын үҙегеҙҙең төп һәм йәмәғәт эше менән бер тигеҙ уңышлы тартаһығыҙ. Бөгөн ата-әсә йылыһынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып тәрбиәләүсе әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Дүрт, биш һәм унан күберәк балаға ғүмер биргән күп балалы әсәйҙәр менән һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ. Һуңғы өс йылда ғына ла 24 әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Мин районыбыҙҙың барлыҡ ир-егеттәре исеменән оло, изгелектәр менән тулы йөрәгегеҙ, һөйөүегеҙ һәм хәстәрлекле ҡулдарығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бөгөн иң йылы һәм яғымлы һүҙҙәр бары тик һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле әсәләр! Бар йөрәктән һеҙгә хәйерле сәләмәтлек, бәхет, күңел йылылығы һәм ғаиләләрегеҙҙә татыулыҡ теләйем, - тине Рәмил Рафаил улы.
Р.Әхмәтов ҡулынан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары, ҡатын-ҡыҙ – әсәләр, атап әйткәндә, район ветеринария станцияһының 1-се категориялы ветеринар табибәһе Марина Викторовна Трофимова, “Красноусол” шифаханаһының массаж буйынса шәфҡәт туташы Рәйлә Таһир ҡыҙы Ходжаҡолова ра-йон хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, сәскә гөлләмәләре, Аҡкүл ауылы китапханасыһы, 8 бала (дүртәүһен тәрбиәгә алған) әсәһе Гүзәлиә Хәким ҡыҙы Сәфәрғәлиева, Красноусолдан 4 бала әсәһе Айгөл Винер ҡыҙы Солтанова, “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы бухгалтеры, 3 бала әсәһе Регина Наил ҡыҙы Шарапова, 4 бала әсәһе Любовь Ивановна Гордеева, 3 бала әсәһе, “Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Татьяна Александровна Баранова иҫтәлекле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы үҙ сиратында Әсә көнө менән ҡотланы һәм Красноусол үҙәк район дауаханаһы медицина лабораторияһы технигы Илүзә Шамил ҡыҙы Гәрәйеваны, “Әкиәт” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Әл-фиә Совет ҡыҙы Ефремованы район Советының Маҡтау грамотаһы һәм сәскә гөлләмәләре менән бүләкләне.
Бүләкләүҙәр йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Гөлфирә Бәширова менән Рәзилә Хәбибуллина, Владислав Ларионов менән Рәзимә Хәкимова дуэттары, Фәнзил Ғәлиндың, Наталья Шәмсетдинованың, үҙәк район дауаханаһы медик ҡатын-ҡыҙҙарының “Усолочка” вокал ансамбленең йырҙары, мәҙәниәт һарайы янында эшләп килгән “Быҙыбыт”, “Эксклюзив” балаларҙың өлгөлө бейеү ансамблдәренең дәртле сығыштары, Илшат Ҡотовтың “Бишбармаҡ” шаян бейеүе, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Самира Ноғайғолованың “Заһиҙә” башҡорт халыҡ бейеүе менән сығыш яһауы байрам сараһына сағыу биҙәк өҫтәне, әсәләргә байрам бүләге булды.

Иң йылы һүҙҙәр, һеҙгә, әсәләр!
Иң йылы һүҙҙәр, һеҙгә, әсәләр!
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас