1969-1970 йылдар В.И.Ленин исемендәге Ҡаҙағстан политехник институты аспирантураһын, 1970-1971 йылдар Мәскәүҙә И.М.Губкин исемендәге халыҡ-хужалығы һәм газ сәнәғәте институтында аспирантураны тамамлағас, Өфө нефть институтында (1990 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты) фән өлкәһендә эш башлай. 1974 йыл уҡытыу эшенә күсеп, ассистент була. 1976 йылдан - өлкән уҡытыусы. 1980 йылдан - доцент, 2000 йыл - техник фәндәр докторы, 2001 йыл - кафедрала профессор. Әбүбәкер Әхмәҙулла улы 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 34 уйлап табыу авторы.
Хеҙмәттәре өсөн 2004 йылда Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика сәнәғәте министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, 2005 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелгән.