+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2021, 09:45

Һорауҙарҙа – көнүҙәк мәсьәләләр

26 ноябрҙә район хакимиәтендә БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Вячеславовна Кононова шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

Һорауҙарҙа – көнүҙәк мәсьәләләр
Һорауҙарҙа – көнүҙәк мәсьәләләр

Ҡабул итеүҙә шулай уҡ Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев, Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһы баш табибы Борис Мөхтәр улы Шәрипов, БР Стәрлетамаҡ РФОМС-ы ДУ-һы филиалы директоры Альберт Миңлеғәле улы Бәҙретдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев ҡатнашты.
Ҡабул итеүгә 7 кеше алдан яҙылған, барыһы ла үҙҙәрен һәм ауылдаштарын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, шәхси һорауҙар ҙа булды. Улар араһында балаларҙы һәм ололарҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү, Аҡкүл ауылында табиплыҡ амбулаторияһы, ә Толпар ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү, Сәйетбаба ауылына медицина кадрҙарын йәлеп итеп, урында көндөҙгө стационарҙы асыу, “Ашығыс ярҙам”ды кире ҡайтарыу, Красноусолда Һамар һәм Новоселок биҫтәләрендә дарыухана пункттары булдырыу кеүек мәсьәләләр уртаға һалып ҡаралды.
БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары И.Кононова үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап килеүселәрҙең һәр ҡайһыһын ентекле тыңланы, ҡайһыларына шундуҡ яуап, аңлатмалар бирҙе, мөмкин тиклем хәл итеү юлдарын табырға тырышты, өйрәнеүҙе талап иткәндәре яҙып алынды. Ҡабул итеүгә килеүсе һәр кем ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәтле булып таралды.

Һорауҙарҙа – көнүҙәк мәсьәләләр
Һорауҙарҙа – көнүҙәк мәсьәләләр
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: