Алдаҡсыларҙы тиҙ блокировкалау
1 декабрҙән финанс алдаҡсыларының сайттарын оператив рәүештә, судһыҙ блокировкаларға мөмкинлек биреүсе закон үҙ көсөнә инә. Бындай алдаҡсыларға банктарҙың һәм башҡа финанс ойошмаларының рәсми сайттары “битлеге” аҫтында финанс пирамидаларының хеҙмәттәрен һәм банктарҙың мәғлүмәт базаһына законһыҙ инеүҙе тәҡдим итеүсе порталдар инә. Үҙәк банктың алдаҡсы ресурстарҙы законһыҙ тип таныу хоҡуғы барлыҡҡа киләсәк. Блокировкалау тураһында ҡарарҙы Үҙәк банк вәкиленең мөрәжәғәте нигеҙендә прокуратура ҡабул итә.
Социаль әһәмиәтле сайттарға бушлай инә алыу
1 декабрҙән кәрәҙле бәйләнеш операторҙары үҙ клиенттарына социаль әһәмиәтле интернет ресурстарына, атап әйткәндә: “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына, дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдарының сайттарына, РФ бюджеттан тыш дәүләт фондтары сайттарына бушлай инә алыу мөмкинлеге бирергә бурыслы буласаҡ. Ҡалған социаль әһәмиәтле сайттарҙы махсус хөкүмәт комиссияһы билдәләй.
Кредит килешеүе шарттарын үҙгәртеү
30 декабрҙән займ алыусының кредит килешеүендә уны сираттағы түләүҙе индереү өсөн үҙ иҫәбендә кәмемәй торған ҡалдыҡ тоторға мәжбүр итеүсе пункт юҡҡа сыға.
Шулай уҡ кредит йәки займ килешеүе төҙөшкән граждандар 14 көн эсендә өҫтәмә хеҙмәттәрҙән (улар килешеү төҙөшкән ваҡытта көсләп тағылыуы ихтимал) баш тартып, аҡсаһын кире ҡайтарыу хоҡуғы ала.
Кредит биреүсегә килешеүҙә алдан уҡ, займ алыусынан һәм уның үҙ ҡулы менән ҡуйған имзаһынан башҡа, кредит биреү шарттары менән риза икәнде белдергән билдә (“сәүкә”) ҡуйыу тыйыла.
Һөткә мотлаҡ маркировка
2021 йылдың 1 декабренән һаҡлау ваҡыты 40 көн һәм унан әҙерәк булған һөт һәм һөт ризыҡтарын маркировкалау мотлаҡҡа әйләнә. 2022 йылдың 20 ғинуарынан эшҡыуарҙар бындай продукцияны касса аша иҫәптән төшөрөргә тейеш була. Ошо датанан һуң бөтә төр һөт продукцияһын ваҡлап һатыусылар маркировкаланған продукцияны һатҡанда кассала кодты сканировать итергә һәм һатыу тураһында мәғлүмәттәрҙе онлайн-касса ҡулланып системаға ебәрергә тейеш.
Маркировкаланмаған продукция һатҡан өсөн яуаплылыҡ
1 декабрҙән Рәсәйҙә тауарҙарҙы, шул иҫәптән дарыуҙарҙы мотлаҡ маркировкалау тураһында талапты боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин буласаҡ.
Күрәләтә яһалма таныу (идентификация) саралары ҡулланылған тауарҙарҙы етештергән, һатып алған, һаҡлаған, һатыу маҡсатында алып йөрөткән һәм һатҡан өсөн енәйәт яуаплылығы – өс йылға тик-лем иректән мәхрүм итеү янай.
Сит ил кешеләре өсөн медицина ҡарауы һәм бармаҡ эҙен тапшырыу
Рәсәйгә 90 көндән күберәк ваҡытҡа килеүсе сит ил граждандары фотоға төшөү, дактилоскопик теркәлеү һәм медицина ҡаралыуы үтергә тейеш. Һуңғыһына ВИЧ-инфекция һәм эргә-тирәләге кешеләр өсөн хәүефле башҡа йоғошло сирҙәре, шулай уҡ наркотиктарға бәйлелеге юҡлығын раҫлау инә.
Был процедуралар Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә ингән көндән алып 90 көн эсендә, ә Рәсәйгә эшләргә килеүсе сит ил граждандарына – 30 көн эсендә үтелергә тейеш.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау
Рәсәй Федерацияһында парник газдарын сығарыуҙы сикләүсе саралар: уларға дәүләт иҫәбе алып барыу, ниндәй кимәлгәсә кәметеләсәген билдәләү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә сығарылыусы ҡалдыҡтарҙы кәметеү һәм парник газдары йотолоуын арттырыу буйынса эшмәкәрлекте хуплау ғәмәлгә инә.