+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 10:50

Конкурс еңеүсеһе бүләкләнде

Республика Ауыл хужалығы министрлығы уҙғарған “Минең ерем - минең байлығым!” тип аталған балалар һүрәттәре конкурсына йомғаҡ яһалды

Конкурс еңеүсеһе бүләкләнде
Конкурс еңеүсеһе бүләкләнде

Дүртенсе йыл рәттән “Башинком” ойошмаһы Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, РФ агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы ярҙамы менән Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап балалар араһында һүрәт төшөрөү буйынса республика конкурсы уҙғара.
Конкурстың маҡсаты - балаларҙа ауыл хужалығына, ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, талантлы балаларҙы күтәреүгә, уларға эстетик тәрбиә биреүгә, агросәнәғәт өлкәһендәге өр-яңы техник һәм технологик ҡаҙаныштарҙы һүрәтләүгә булышлыҡ иткән иң яҡшы балалар һүрәттәрен асыҡлау.
Быйыл да “Минең ерем - минең байлығым!” һүрәттәр конкурсы иғлан ителеп, республика буйынса был конкурста 420 бала ҡатнашҡан. Беҙҙең райондан 47 эш тәҡдим ителеп, Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты (18 уҡыусы ҡатнашҡан), Аҡкүл (3), Табын коррекция (20), Красноусолдағы 1-се (4), 2-се мәктәптәр (2) балалары әүҙем булған. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3 “Б” класы уҡыусыһы Азалия Мөхәмәтдинова ла ошо бәйгелә үҙенең “Күркәм дөйәғоштар” һүрәте менән 3-сө урын алыуға өлгәшкән.
Күптән түгел район хакимиәтендә еңеүсегә тантаналы шарттарҙа бүләк тапшырыу сараһы уҙҙы. Унда БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Рифмир ҡыҙы Дәүләтбаева, ра-йон хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” ДБУ-һы начальнигы Юрий Александрович Родионов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов ҡатнашты.
БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Рифмир ҡыҙы уҡыусыһын ошо эшкә йәлеп иткән етәксеһе Лилиә Айрат ҡыҙы Кинйәбулатоваға рәхмәт әйтеп, Диплом һәм сәскә гөлләмәһе, номинацияла маҡтаулы урын алған Азалияға компьютер өҫтәле өсөн ултырғыс (офис креслоһы), Маҡтау ҡағыҙы бүләк итте һәм “Өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалма, ошо еңеүең һиңә һәр саҡ этәргес көс бирһен. Ниндәй һөнәр һайлаһаң да, был шөғөлөңдө ташлама”, - тине ул.
“Тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалмай”, - тигәндәй, Азалияның күңел биреп төшөргән һүрәте үҙ баһаһын алды. Ул Ерек ауылы ҡыҙы. Балалар ижады үҙәгенең “Сәнғәт һөнәре донъяһы” түңәрәгенә яратып йөрөй, бейергә лә ярата. “4” һәм “5”-кә уҡыуы менән дә өлгөлө булып тора. Былтыр гимназияла үткәрелгән “Һомай-2020” конкурсында ла үҙен һынап ҡараған. 2-се класта уҡыусы Алмаз туғаны ла был конкурста ҡатнашҡан булған. Шуны ла әйтергә кәрәк, "Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге" белгесе Фирҙәүес Әсфәндийәрова әйтеүенсә, был конкурс-та ҡатнашҡан һәр кем дәртләндереү бүләктәре аласаҡ. 3 декабрҙә бүләктәр Табын коррекция мәктәбе балаларына тапшырылһа, башҡалар ҙа Яңы йыл алдынан "Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге" әҙерләгән бүләктәрҙе алып ҡыуаныр. Алда ла был балалар һәләттәрен үҫтереп, ауыл хужалығын төрлө йүнәлешле сағылдырырҙар, тип өмөтләнәбеҙ.

Конкурс еңеүсеһе бүләкләнде
Конкурс еңеүсеһе бүләкләнде
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: