Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 10:00

Ҡәләмдәрҙе ҡулға алайыҡ!

Билдәле яҡташыбыҙ, танылған шағирәбеҙ Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова башланғысы менән ойошторолған «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһенең сираттағыһына старт бирәбеҙ.

Ҡәләмдәрҙе ҡулға алайыҡ!
Ҡәләмдәрҙе ҡулға алайыҡ!

Ҡәҙерле йәш ижадсылар! Ҡәләмдәрҙе ҡулға алып, күңелдән сыҡҡан илһамлы шиғырҙарығыҙҙы, серле әкиәттәрегеҙҙе, фәһемле хикәйәләрегеҙҙе, нәфис нәҫерҙәрегеҙҙе «Табын» гәзите редакцияһына ебәрегеҙ. Был эштә, йылдағыса, һеҙгә уҡытыусыларығыҙ ярҙам итер.
Интернет заманында ижади эштәрҙе электрон почтаға ла, социаль селтәрҙәрҙәге «Табын» гәзите төркөмөнә лә, элеккесә ҡағыҙ хат рәүешендә лә ебәрә, кеше артынан биреп ебәрә, йә үҙегеҙ килтерә лә алаһығыҙ. Бары «Өмөтлө ҡәләмгә» тип билдәләргә онотмағыҙ.
Бәйгебеҙҙе Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы С.Ҡотлоәхмәтова башлап ебәрә.

Миләш ниңә әсе булған?
(Әкиәт)

Борон-борон заманда йәмле, күркәм баҡсала Миләш ағасы үҫкән. Уның емештәре тәмле, татлы булған, ти. Миләш үҙенең суҡ һәм шәрбәтле емештәре менән маҡтанған икән. Маҡтансыҡ булғаны өсөн башҡа ағастар уның менән дуҫлашып та бармаған, ти.
Бер ваҡыт, һыуыҡ көҙ көнө, миләштең емештәре ныҡ өшөгән икән. Миләш дуҫтарынан ярҙам да һорап ҡараған. Ләкин икенсе ағастар уға бер нисек тә ярҙам итмәгәндәр. Сөнки Миләш тә үҙ ваҡытында дуҫтарының ҡәҙерен белмәгән: һәр ваҡыт улар эргәһендә үҙен генә маҡтаған, үҙен генә күргән, дуҫтарына иғтибар ҙа итмәгән. Шуға күрә лә башҡа ағастар Миләштең үтенесенә ҡолаҡ һалмағандар.
Шул ваҡыттан бирле миләш ағасының емештәре әсе була башлаған. Ысынлап та, изгелекле булһа, миләш ағасының емештәре әле лә татлы булыр ине.
Шулай, дуҫтарым, эрелек һәм тәкәбберлек бер ваҡытта ла яҡшылыҡ килтермәй. Шуға күрә лә миләш ағасының емештәре әле лә әсе икән.
Самира Ҡотлоәхмәтова,
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
4 "Б" класс уҡыусыһы.

Ҡәләмдәрҙе ҡулға алайыҡ!
Ҡәләмдәрҙе ҡулға алайыҡ!
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас