Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 16:27

Әруахтар алдындағы бурысты үтәп

Яңы Ҡауарҙы ауылында бөгөнгө көндә 9 ғаилә йәшәй. 60-сы йылдарҙа утыҙҙан артыҡ йорт булған.

Әруахтар алдындағы бурысты үтәп
Әруахтар алдындағы бурысты үтәп

Һуңғы йылдарҙа ауыл зыяратының кәртәләре сереп-емерелеп бөткәс, биләмәһен малдар тапай башлағайны. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, тиҫтә йыллап “Газпром”да эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡарағайға ҡайтып төпләнгән Әсҡәт Рәхмәтуллин былтыр октябрь айында
ауылдаштары менән зыяратты кәртәләүҙе ойошторҙо. Әсҡәт Зәйнулла улы 30 йыл элекке “Еҙем” колхозында агроном, ауыл Советы рәйесе, 10 йыл колхоз рәйесе булып эшләне. Эшләгән осоронда мәктәп, клуб, ферма, келәттәр, юлдар төҙөтә, әммә ата-әсәһе ерләнгән зыяратты кәртәләргә ҡулы етмәй ҡала. Был изге эште хуплап, Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәте тимер бағаналар, таҡта менән ярҙам итә. Ауылда йәшәүсе Гөлназ Мофазалова Интернет аша зыяратты кәртәләргә ярҙам һорап ауылдаштарына мөрәжәғәт итә. Һәм 40 мең һум аҡса йыйыла. Был аҡсаға профнастил, торба, штакетник, ҡаҙаҡ, буяуҙар һатып алына. Оҙаҡ та үтмәй, 8 көн тигәндә зыярат кәртәләп тә ҡуйыла. Кәрәк-яраҡты ҡуйыу өсөн профнастилдән 2,5х3,5 м ҙурлыҡтағы будка ла эшләп урынлаштырыла. Бағаналарҙы эске яҡтан ике рәт тоташтырып тимер сым менән уратып сығалар. Тимер сымдарҙы Әсҡәт Зәйнулла улы үҙ аҡсаһына (38 мең һум) һатып алған. Зыяратта эшләүселәрҙе көн һайын ике тапҡыр туҡландырыу ойошторолған. Был иң яуаплы - тәмле итеп аш бешереү эшен 71 йәшлек Рәис ағай Сәйетов башҡарған.
Бында эштәр дауам итә. Зыяратты кәртәләүҙә әүҙем ҡатнашыусыларҙан: Фанияз Мостафин, Рәис Сәйетов, Радик Рәхмәтуллин, Ринат Ниғмәтуллин, Рәфис менән Фәнис Күсәрбаевтар, Илфат менән Азамат Ниғмәтуллиндар, Раил һәм Фәрит Мофазаловтар, Рәжәп Вәлиевтар. Шулай уҡ быйыл июль айында ауылда тыуған, әлеге мәлдә Красноусолда йәшәүсе Мозафаровтар, Насировтар ғаиләләре, Мостафиндар, Мофазаловтар, Ҡарағайҙан Ниғмәтуллиндар ғаиләләре килеп, зыяраттағы таҡталарҙы буяны. Әсҡәт ағайҙың Асия апаһының ҡыҙҙарының ярҙамы тос булған. Яңы Ҡауарҙыла йәшәүселәр Нәрисә Күсәрбаева, Гөлназ Мофазалова, Рәсилә Низаметдинова, Гөлсирә Сәйетова. Юлыҡ ауылында йәшәүсе Яңы Ҡауарҙы кейәүе Салауат хәҙрәт Юлыҡов ҡатыны Рәйлә менән ҡатнашты. Эште тамамлағас, Салауат хәҙрәт мәрхүмдәр рухына Ҡөрьән уҡыны.
Әсҡәт Зәйнулла улы үҙ көсө менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған ауылдаштары – яңыҡауарҙылар иҫтәлегенә обелиск төҙөү уй-пландары менән йәшәй.
Әсҡәт Рәхмәтуллин тормош иптәше – Кушнаренко ҡыҙы Елена Рөфҡәт ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп, матур итеп донъя көтәләр. Ул бар ғүмерен балаларға тарих фәненән белем биреүгә арнап, хаҡлы ялға сыҡты. Өс ул тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Хәҙер улар үҙҙәре лә атайҙар инде.
Минең олатай-өләсәйем дә (Аҡташта йәшәүсе инәйем Тәүзиха Әбдрәхим ҡыҙының атай-инәһе) Яңы Ҡауарҙы ауылы зыяратында ерләнгән. Мәрхүмдәрҙең мәңгелек йортон төҙөкләндергәндәре өсөн барыһына ла рәхмәтлебеҙ.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.

Әруахтар алдындағы бурысты үтәп
Әруахтар алдындағы бурысты үтәп
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас