-11 °С
Болотло
Йәрминкәлә нигеҙҙә ит, ҡорт балы һатылды. Иттең ниндәйе генә юҡ ине: һыйыр итен килограмын 370-380, аттыҡын – 400, ҡаҙҙыҡын – 480-500, күркәнекен – 350, тауыҡтыҡын (бройлер) – 300, сусҡаныҡын 350 һумға йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин булды. Килограмы 600 һум менән тәҡдим ителгән ҡаҙылыҡ бик үтемле булды, шундуҡ һатылып бөттө. Ҡорт балының да төрлөһөн тәҡдим иттеләр. Красная Поляна ауылынан һәр төрлө шифалы сәйҙәр, сувенирҙар, косметик әйберҙәр һәм башҡаһын алып килгәндәр.