+11 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Декабря 2021, 11:00

Рәсәй Геройы иҫтәлегенә

9 декабрь Бурлы ауылында Ватан Геройҙары көнөнә арнап, Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповты иҫкә алыу тантанаһы һәм уның иҫтәлегенә арналған Ғафури район беренселегенә көрәш бәйгеһе үтте.

Рәсәй Геройы иҫтәлегенәРәсәй Геройы иҫтәлегенә
Рәсәй Геройы иҫтәлегенә

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйервара улы Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, геройҙың туғандары, Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылар, хәрби хәрәкәт ветерандары һәм был сараға битараф булмағандар ҡатнашты.
Тантанала ҡатнашыусылар митингыға тиклем Фәрүәт Яҡупов ҡәберлегенә зыярат ҡылып, сәскәләр һалдылар.
Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы үҙ ауылының ғына түгел, барлыҡ райондың ғорурлығы. Уның хөрмәтенә 2011 йылда ул уҡыған Бурлы мәктәбе стенаһына мемориаль таҡта ҡуйылһа, 2020 йылдың февралендә мәктәп алдында уға бюст асылды, ә инде ошо йылдың 7 декабрендә Бурлы мәктәбенә рәсми рәүештә Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исеме бирелде. Мәктәп музейында геройға айырым мөйөш булдырылған, мәктәп спорт залында бер нисә йыл рәттән район беренселегенә милли көрәш бәйгеһе үткәрелә килә.
Мәктәп алдында үткән тантанала сығыш яһаусылар Ф.Яҡуповты ҙур хөрмәт менән иҫкә алдылар һәм уға төбәп күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы үҙ сығышында: “Фәрүәт Яҡупов Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашып, үҙенең тыуған яғын данға күмде. Ул үҫеп килгән йәш быуын өсөн батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, теүәккәллек һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Бөгөнгө көндә “5” билдәһенә уҡып һәйбәт белем алыу ҙа, ковид осоронда ауырыу менән көрәшеүсе табиптарҙың хеҙмәте лә геройлыҡ булып тора. Киләсәктә илебеҙ тыныс, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ, батырға мәңгелек дан”, - тине.
Геройҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғас, һәйкәлгә сәскәләр гөлләмәһе, ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды.
Һуңынан хөрмәтле ҡунаҡтар күптән түгел 93 йәшен тултырған Геройҙың атаһы – Абдулла Хәмзә улының өйөнә барып, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милли көрәште популярлаштырыу, үҫеп килеүсе йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу, патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо.
Көрәшселәр сафҡа баҫып, ярыш тантаналы шарттарҙа асылды. Килгән ҡунаҡтар келәмгә сығасаҡ батырҙарға үҙ теләктәрен еткереп, фатихаларын бирҙеләр.
Судьялар иртә менән бәйгеселәрҙең ауырлыҡ үлсәмдәрен алып, турнир башланғайны. Бәйгелә район мәктәптәренән 32, 35, 40, 45, 55, 55, 65-кә тиклем һәм 65, 75 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә, 65, 75 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә көрәшселәр бил һынашырға әҙерләнде. Билдәренә ҡыҙыл һәм йәшел билбау бәйләп, ике ҡул менән бил тапҡырынан тотоп, бер аҙ көрмәкләшкәндән һуң уңайлы мәлде тап килтереп күтәреп алып ырғытыусыларҙың әҙерлек кимәленең ниндәйлеге күренеп тора. Алымды дөрөҫ эшләмәй иҫкәртеү алыусылар ҙа, бәхәсле ваҡытта ҡат-ҡат келәмгә сығыусылар ҙа булды. Иртән Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә арнап Ғафури ра-йон беренселегенә уҡыусылар араһында башланған көрәш төштән һуң ҡыҙыу төҫ алғайны. Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ленар Сәйфуллин ойоштороу эшен башҡарһа, секретарь-судья, судья-мәғлүмәтсе, келәмдәге судья-тренерҙар Динар Ноғайғолов, Юлай Шәрипов, Флорид Ғибаҙуллин, Азат Хәбибуллин, Дамир Сәфиуллин келәмгә сығыусыларға дөрөҫ баһа биреп, көрәш барышын ентекле күҙәтте.
Бына еңеүселәрҙе барлар мәл етте. I урынға Рамзан Йәнберҙин (КБГИ, 32 кг), Арыҫлан Ваһапов (КБГИ, 35 кг), Алмаз Ашуров (КБГИ, 40 кг), Валерий Зороглян (Красноусолдың 1-се мәктәбе, 45 кг), Артур Дәүләтшин (КБГИ, 55 кг), Линар Шәмсетдинов (Йөҙимән, 65 кг), Айгиз Шәрипов (Ҡарағай, 65 кг-дан ашыу), Айназ Вәлитов (Ҡауарҙы, 65 кг-дан ашыу), Айгиз Бирҙеғолов (Ҡарағай, 65 кг-дан ашыу), Руслан Сәйфуллин (Красноусол, 75 кг-дан юғары) лайыҡ булһа, II урынды Илмир Байғөбәков (КБГИ, 32 кг), Азат Нәзиров (КБГИ, 35 кг), Нияз Абдуллин (Ҡарағай, 40 кг), Дмитрий Шаминин (Красноусолдағы
1-се мәктәп, 45 кг), Илмир Мәүлетҡолов (КБГИ, 55 кг), Максим Кожаров (Красноусолдағы 2-се мәктәп, 65 кг), Айгиз Байбулдин (Красноусолдағы 2-се мәктәп, 65 кг-дан ашыу), Рәфис Юлыҡов (Юлыҡ, 65 кг), Илназ Дәүләтбаев (Ҡауарҙы, 75 кг), Ислам Иғзаҡов (Красноусолдағы 2-се мәктәп, 75 кг-дан юғары) алһа, III урынды Динислам Табынғолов (КБГИ, 32 кг), Алмаз Дәүләтшин (КБГИ, 35 кг), Сыңғыҙ Зәйнетдинов (Йөҙимән, 40 кг), Алмаз Нәзиров (КБГИ, 45 кг), Фәнил Хаустов (Красноусолдағы 2-се мәктәп, 55 кг), Илүс Ғафаров (Красноусолдағы 3-сө мәктәп, 65 кг), Артем Аҡбашев (Аҡкүл, 65 кг-дан ашыу), Ринат Йәноҙаҡов (Сәйетбаба, 65 кг), Динар Хәсәнов (КБГИ, 75 кг), Илназ Йәноҙаҡов (Сәйетбаба, 75 кг-дан юғары) алыуға өлгәште.
Ныҡлыҡ, ҡатҡыллыҡ, әҙерлек талап иткән көрәш ярышы тамамланып, һәр ауырлыҡта еңеүселәр лайыҡлы бүләген алды.
Халҡыбыҙ элек-электән һабантуйҙарҙа ғына түгел, төрлө йыйындарҙа, байрамдарҙа көрәш ярышы ойоштора торған булған. Йәнле һәм сәмле барған бәйге ниндәйҙер кимәлдә йәш спортсыларыбыҙ, мәктәп уҡыусылары өсөн күнекмә алыу, егеттәрҙе бил нығытыуға этәреү, көстәрен һынап ҡарау, алда көрәшкә әҙерлек кимәлен күтәреү өсөн әһәмиәтле бер ынтылыш булып торҙо. Ярыштан һуң, киләсәктә лә ил кимәлендә ғорурланырлыҡ көрәшселәребеҙ булыр, тигән теләктә таралыштыҡ.

Рәсәй Геройы иҫтәлегенә
Рәсәй Геройы иҫтәлегенә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас