Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 13:45

Һынауҙар дауам итә

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсының сираттағы һынауы – асыҡ дәрестәр бара.

Һынауҙар дауам итә
Һынауҙар дауам итә

Конкурсант мөғәллимдәр Красноусолдағы 3-сө мәктәптә таныш булмаған балалар менән асыҡ дәрестәр уҙғарҙы. Тәүге көндә, йәғни 13 декабрҙә И.Шәрипов менән Л.Йәнбәкова 5 “В” һәм “А” кластарҙа тарих фәненән дәрес бирҙе. Жюри Э.Кинйәбулатова-ның 4 “В”-ла рус теленән, Ф.Баһауетдинова (4“А”) менән Г.Кулагинананың (2“А”-ла) тирә-яҡ мөхит фәненән асыҡ дәрестәрен ҡараны. Ҡалған көндәрҙә Д.Әбсәләмова, А.Ҡолманова, А.Мәхмүтова, Ғ.Ғафарова, О.Павлова - математиканан, Л.Большакова, Е.Хлёскина, А.Камолова – рус теленән, Н.Аҡкөбәкова, З.Аҫылбәкова, Б.Шәрипов, Л.Хәлилова - башҡорт теленән, З.Ғафарова, Р.Шәмсетдинова, Г.Кәримова - инглиз теленән, Л.Хәкимова физкультуранан асыҡ дәрестәр күрһәтте. В.Усманова, Г.Ситдиҡова, А.Ғәбдиева, Э.Шәйәхмәтова - тирә-яҡ мөхит, Е.Ғатауллина - информатика, Г.Миндиярова - технология, Е.Зәйнешева - рус әҙәбиәте, С.Әхмәтйәнова рәсем дәрестәрен үткәреп, һынауҙы үтте.
Һәр уҡытыусы – ижади эшләүсе шәхес, дәрестәрен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеү, уҡыусыларына теманы аңлайышлы итеп асып биреү өсөн эҙләнә, үҙе генә белгән алымдарға таяна. Уҡытыусыға үҙ эшен яҡшы белеү генә етмәй, ә таныш түгел балалар менән уртаҡ тел табып, теманы аса белеү, уларҙың аңына еткерә алыу уҡытыусынан ҙур оҫталыҡ талап итә. Бына ошонда күренә лә инде уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығы, балаларға төплө белем бирә алыуы. Баһа ла методиканы төплө белеүгә, оҫталыҡҡа ҡарап ҡуйыла.

Һынауҙар дауам итә
Һынауҙар дауам итә
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас