Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2021, 10:45

Тәҙрәләрҙә уттар балҡып янһын өсөн

22 декабрҙә энергетиктар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Башкирэнерго” ЯСЙ-е “Ишембай электр селтәрҙәре”нең Ғафури подразделениеһы начальнигы Марсель Рәсүл улы ҒҮМӘРОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Тәҙрәләрҙә уттар балҡып янһын өсөн
Тәҙрәләрҙә уттар балҡып янһын өсөн

-Марсель Рәсүл улы, һеҙгә традицион һорау: һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?
-Башта шуны билдәләп үтергә кәрәк. “Ишембай электр селтәрҙәре”нә ҡараған биш: Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Петровск һәм беҙҙең Ғафури подразделениеһы башҡа РЭС-тар менән сағыштырғанда уңышлы эшләүселәрҙең береһе булып торабыҙ.
Үҙебеҙҙең алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы, һәр ваҡыттағыса, еренә еткереп үтәргә тырышабыҙ. Беҙҙең иңгә Красноусолдан башҡа районыбыҙҙың бар ауылдарын хеҙмәтләндереү, электр энергияһы менән тәьмин итеү бурысы һалынған. Быйылға бүленгән финансҡа ярашлы, иң күләмле эштәребеҙ булып Бурлы-Ерек ауылдары араһындағы – 4, Еҙем-Ҡаран-Ҡарағай ауылдары йүнәлешендә 2,3 километр арауыҡтағы 10 киловольтлы һауа линияларын реконструкциялау торҙо. Үҙ көсөбөҙ менән 9 трансформаторға капиталь ремонт уҙғарылды. Яңғыҙҡайын ауылындағы 110/35/10 кВ-лы подстанция ремонтланды.
-Коллективығыҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине.
-Барлыҡ эштәр артында 59 кешенән торған берҙәм һәм татыу, эшсән коллектив тора. Араларында бер ғүмерҙәрен ошо өлкәлә хеҙмәт итеүгә бағышлағандар ҙа, яңы эш башлағандар ҙа бар. Энергетиктарҙың эше тынғыһыҙ һәм ауыр, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ һәм уяулыҡ талап итә. Мастерҙар Рауил Әбдрәшитов, Радик Сабитов, Алексей Кулагин, Мансур Дауытов етәкселегендәге бригадаларҙың, электр энергияһын иҫәпләү буйынса мас-тер Сәлих Сәфәрғолов етәкселегендәге бригада контролёрҙарының тырышлығы, үҙ эштәренә яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Баш инженер Сергей Татарченко һәм өлкән диспетчер Радик Солтанғолов етәкселегендә диспетчерҙар Илгиз Сәфәрғәлиев, Александр Морозов, Тимур Баһауетдинов энергия системаһының тәүлек әйләнәһенә ышаныслы эшләүен тәьмин итә. Коллективта шулай уҡ дүрт ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәр: техниктар Гүзәл Казанцева, Гөлшат Ишмаева, Любовь Опарина, Гүзәл Ғәйнуллина эшләй. Килешеү буйынса эшләгән медицина хеҙмәткәре Гүзәл Фәйзуллина көн дә иртәне хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлек торошон тикшереүҙән башлай.
Хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙ тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. Районыбыҙҙа электр селтәрҙәрен барлыҡҡа килтереүҙә ҙур көс һалған Миңнур Зиннәт улы һәм уның ҡатыны Валентина Ивановна Яганшиндар арабыҙҙа юҡ инде. Ирле-ҡатынлы Шамил Ильяс улы (15 йылға яҡын РЭС-ҡа етәкселек итте) менән Зилә Ғәлимйән ҡыҙы Мөхәмәтйәновтар, С.Г.Морозова, Р.С.Зөбәйҙуллин, Т.Г.Татарченко, ирле-ҡатынлы Любовь Владимировна менән Рәжәп Әсҡәт улы Әмировтар (Яңғыҙҡайын), Х.Х.Аҫылбаев (Ҡарағай), Р.К.Зәйнуллин (Бурлы), Н.Ю.Славкина (Карьер), Р.М.Рәхимов, М.М.Сираев, А.А.Щавелев, Ә.Ә.Назарова, З.Х.Кәримов менән С.В.Звягинцев хаҡлы ялда булһалар ҙа эшләп йөрөйҙәр.
-Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
-Форсаттан файҙаланып, тотош коллективты, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, хеҙмәттәре энергетика тармағы менән бәйле кешеләрҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, шатлыҡ-һөйөнөстәр, ә хеҙмәт вахтаһындағыларға тыныс һәм авариябыҙ эш теләйем. Хеҙмәттәштәремә халыҡ мәнфәғәте хаҡына көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәттәре, үҙ һөнәрҙәренә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Барығыҙҙы ла байрамыбыҙ һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләйем!
-Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

Тәҙрәләрҙә уттар балҡып янһын өсөн
Тәҙрәләрҙә уттар балҡып янһын өсөн
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас