+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2022, 18:20

Хәйерле сәғәттә – өр-яңы янғын һүндереү машинаһы өсөн

2021 йылдың 21 декабрендә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда Мораҡ ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау-2022” программаһында ҡатнашыуға арналған йомғаҡлау йыйылышы булып үтте. Коронавирус киҙеүе таралыу ҡурҡынысы менән бәйле йыйылышта әҙ кеше (30-лап) ҡатнашты.

Хәйерле сәғәттә – өр-яңы  янғын һүндереү машинаһы өсөн
Хәйерле сәғәттә – өр-яңы янғын һүндереү машинаһы өсөн

Ауыл биләмәһе башлығы С.В.Иванов йыл да конкурс программаһына заявка биреүҙәре хаҡында һөйләп үтте. 2019 йылда беҙ конкурста уңышлы ғына еңеп, Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортон аппаратура һәм ял өсөн уйын биләмәһе менән йыһазландырҙыҡ, 2021 йылда иһә, ниһайәт, “МТЗ-82.1” тракторы һатып алыуға өлгәштек. Был трактор ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартып, тулы көсөнә эшләй. 2021 йылғы проектҡа йомғаҡ яһап, ауыл биләмәһе башлығы С.В.Иванов ауыл кешеләренә әүҙемлектәре һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһын тормошҡа ашырыуҙа үҙ өлөштәрен индергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тракторҙы һатып алыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән ШЭ КФХ Р.В.Мөьминовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ниһайәт, ауыл биләмәһендә был программаның 2022 йылғыһында ҡатнашыуҙы хәл итеү мәле етте.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ауыл биләмәһе бюджеты иҫәбенә генә үҙ аллы хәл итергә мөмкин булмаған мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. ППМИ ярҙамы менән төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға, йәмғиәт мохтажлығы өсөн махсус техника һатып алырға, ремонт уҙғарырға, коммуникацияларҙы яңыртырға һәм башҡаларҙы эшләргә була. Программа ярайһы ғына файҙа килтерә, уның сиктәрендә финансланған йүнәлештәр халыҡ өсөн бик тә актуаль.
Йыйылышта һәр кем ППМИ-ла ҡатнашыу өсөн үҙенең өҫтөнлөклө объектын тәҡдим итә алды, әммә янғындар менән хәл-торош һәр кемде уйланырға мәжбүр итте. Быйыл элекке “Заветы Ильича” колхозының диспетчерҙар бинаһы йылы янғын боксы итеп үҙгәртеп ҡоролдо. Йылы гараж менән тәьмин ителгән техника һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, саҡырыуҙарҙы шундуҡ ҡабул итергә әҙер тора. Ләкин 1983 йылғы “Урал-375” базаһындағы янғын һүндереү машинаһы иҫкереү сигенә етте. Шуға ла халыҡтың ҙур булмаһа ла, тиҙ йөрөшлө һәм файҙалы заманса “УАЗ” автомобиле базаһындағы һәр ҡайҙа үтерлек, төп көстәр килеп еткәнсе оператив рәүештә янғын сығанаҡтарын бөтөрөүҙе тәьмин итеүсе янғын һүндереү техникаһын һатып алыу ҡарары иң отошлоһо булды.
Һөҙөмтәлә, халыҡ өсөн иң өҫтөнлөклөһө булып “УАЗ” базаһындағы янғын һүндереү машинаһы һатып алыу торҙо.
Йыйылышта ҡатнашыусылар урындағы проблемаларҙы хәл иткәндә үҙҙәренең битарафлыҡ күрһәтмәй әүҙем булыуҙары сираттағы проблеманың һәм күмәк көс менән был проекттың тормошҡа ашырына ышаныс менән таралышты.
Екатерина СЕМЁНОВА,
Мораҡ ауыл биләмәһенең
эштәргә идара итеүсеһе.

Хәйерле сәғәттә – өр-яңы  янғын һүндереү машинаһы өсөн
Хәйерле сәғәттә – өр-яңы янғын һүндереү машинаһы өсөн
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: