+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2022, 09:45

Имәндәштә район-ара шахмат турниры үтте

Йолаға ярашлы, районыбыҙҙың төньяҡ зонаһы шахматсылары Имәндәштә сираттағы “Шахмат фестивале”ндә осрашты. Мәктәптә үткән район-ара турнирҙа Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Имәндәш ауыл биләмәләре һәм Архангел районының иң көслө шахматсылары командалары зирәклектә көс һынашты.

Имәндәштә район-ара шахмат турниры үтте
Имәндәштә район-ара шахмат турниры үтте

Ярыштың тәүге өлөшө командалар араһында булып, һәр ваҡыттағыса һәйбәт һөҙөмтә күрһәткән ҡауарҙыларҙың еңеүе менән тамамланды. Сәйетбаба командаһы – 2-се, имәндәштәр 3-сө урынға лайыҡ булды. Сараның икенсе өлөшөндә блиц-турнир уҙғарылды. Көсөргәнешле ярышта беренсе таҡтала Салауат Түзбәков (Имәндәш), икенселә – Илсур Исхаҡов, өсөнсөлә – Сабир Исхаҡов (икеһе лә Ҡауарҙынан), дүртенселә – Юлай Мәжитов (Архангел районы), бишенсе таҡтала шахмат ветераны Риф Вәлиев (Сәйетбаба) еңеү яуланы. Еңеүселәр Дип-ломдар һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Фестивалдә ҡатнашыусылар уны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуар Илшат Бәхтейәровҡа, Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәтенә, район хакимиәтенең спорт бүлегенә, мәктәп коллективына рәхмәтле булдылар. Киләһе “Шахмат фестивале”н Сәйетбабала уҙғарыу планлаштырыла.

Имәндәштә район-ара шахмат турниры үтте
Имәндәштә район-ара шахмат турниры үтте
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: