+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2022, 14:30

"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт

Белеүегеҙсә, 14-22 йәшлек йәштәргә тәғәйенләнгән "Пушкин картаһы" тигән мәҙәни проект Рәсәйҙә 1 сентябрҙән тормошҡа ашырыла башлағайны. "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында теркәлеп, был картаға эйә булырға мөмкин. Ябай ғына әйткәндә, дәүләт тарафынан 3 мең һум аҡса һалынған электрон иҫәп ул. Был аҡсаға театрға, музейға, галереяға, концерт ойошмаларына, китапханаларға билет һатып алырға мөмкин.

"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт
"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт

Беҙҙең Йөҙимән мәктәбенə лə бындай мөмкинселек тыуҙы. Уҙып киткән йыл аҙағында 8-се һəм 9-сы класс уҡыусылары уҡытыусы Фәнилә Йəнмырҙа ҡыҙы Иҙрисова һəм мәктәп директоры Тансулпан Фəрит ҡыҙы Рəхмəтуллина етəкселегендə "Пушкин картаһы" менəн Өфɵ музейҙарына сəйəхəт ҡылдылар.
Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Сəйəхəт Башҡорт кавалерия дивизияһы музейынан башланды. Музейҙа 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияhын формалаштыра башлағандан алып бөгөнгө көнгә тиклемге халыҡ хәтерендә һаҡланып килеүенә бағышланған бай һәм уникаль экспозиция эшләнгән. Килеүселәрҙең иғтибарына ҙур диорамалар, бай фото һәм документаль материал, ҡоралдар, наградалар, хәрби форма, һуғыш заманына хас шәхси әйберҙәр, көнкүреш әйберҙәре тәҡдим ителә. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Алина Данил ҡыҙы Дәүләтгәрәева данлы атлы дивизия тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе, музей экспонаттары менән таныштырҙы. Иҫтəлеккə фотоға тɵшɵп, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.
Килəһе туҡталышыбыҙ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы булды. Хәҙерге көндә музей 50-нән артыҡ филиалды берләштерә. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 130 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. Был тарихи бинала тәбиғәт, археология, этнография, тыуған яҡты өйрәнеү тарихы бүлектәре эшләй. Уның эсендә күҙгә күренер йәм генә түгел, уй менән дә йырып сыға алмаҫлыҡ төплө ҡот йәшеренгән. Уҡыусылар экскурсия етәксеһенең һөйләгәндәрен диҡҡәт менән тыңланылар, Башҡортостандың үткәне, боронғо халыҡтың көнкүреш үҙенсәлектәре, тыуған яғыбыҙҙың таштары, үҫемлектәре һәм солоҡсолоҡ серҙәре менән таныштылар, тәбиғәткә арнап эшләнгән бүлмәләрҙе ҡаранылар. Бигерәк тә балаларҙа был яҡтарҙа йәшәгән йәнлек һәм ҡоштарҙың ҡарасҡылары, боронғо әйберҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Музей буйлап сәйәхәт иткәндә, ниңәлер, уйҙар алғараҡ йүгерә башлағандай. Элеккене күреп, киләсәкте икенсерәк, тағы ла яҡтыраҡ итеп күреү теләге уяна. Әммә был хыял элеккене инҡар итеүгә ишара түгел, киреһенсә, тарих – иң яҡшы хәтирәләргә алып ҡайтыусы фән.
Сәйәхәттә ҡатнашыусылар барыбыҙ ҙа матур тәьҫораттар менән күнелдəребеҙҙе рухи яҡтан байытып, ҡайтыр яҡҡа юл алдыҡ, күңел донъяларын байытып, рухи байлыҡ алып ҡайттыҡ.
Фәнилә ИҘРИСОВА,
уҡытыусы.

"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт
"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: