+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2022, 13:40

Утҡа ҡаршы көрәшкә - мобиль комплекс

"Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһы районда уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ташбүкән ауыл биләмәһе был программаның быйылғыһында ҡатнашырға булды. Былтыр был программа конкурсында тәүгеһенән еңеп сыҡҡан ауыл биләмәһе өр-яңы “МТЗ-82” тракторлы булғайны.

Утҡа ҡаршы көрәшкә -  мобиль комплекс
Утҡа ҡаршы көрәшкә - мобиль комплекс

22 декабрҙә Ташбүкән ауыл биләмәһе халҡының ошо мәсьәлә буйынса дөйөм йыйылышы Ҡурғашлы ауылы клубында үтте. Уның эшендә район Советы секретары Марсель Йәнмырҙин һәм барлығы өс тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты. Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Насиров йыйылыуҙың маҡсатын аңлатып үтте һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” менән таныштырҙы. Ауыл кешеләренең фекере буйынса бер нисә вариант тәҡдим ителде. Улар араһында тракторға КУН, тейәгес, мобиль янғын һүндереү автомашинаһы һатып алыу тәҡдимдәре булды. Әммә күпселек тауыш менән янғын һүндереү автомашинаһы һатып алырға ҡарар ителде. 1 миллион 700 мең һумлыҡ янғын һүндереү автомашинаһы һатып алыу өсөн 100 мең һум аҡсаны халыҡтан йыйыу талап ителә. Сығымдың төп өлөшөн – 1 миллион һум аҡсаны республика бюджеты бүлә. Ҡалған сумманы бағыусыларҙан (100 мең һум) һәм ауыл биләмәһе бюджетынан (500 мең һум) йәлеп итеү ҡаралған. Йыйылышта һәр йорттан 1-әр мең һум аҡса йыйырға ҡарар ителде һәм быға тиклем эшләгән 7 кешенән торған инициатив төркөмдө ҡалдырыу тәҡдиме бер тауыштан хупланды. Йыйылыш һуңында Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Д.Ф.Насиров был эште башҡарып сығыусы һәм сығасаҡ инициатив төркөм ағзалары Илдус Заһиҙуллин, Роза Кәримова, Әлиә Зөбәйҙуллина, Фәрит Ашуров, Венер Ҡотов, Кәрим Ғәзизов, Әхиәр Вәлитов, бағыусылар Гөлназ Нәжметдинова менән Аваз Баротовҡа Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.
Шулай итеп, Ташбүкән ауыл биләмәһе халҡы бер тауыштан “УАЗ” базаһында мобиль янғын һүндереү автомашинаһы һатып алырға, тигән ҡарарға килде.

Утҡа ҡаршы көрәшкә -  мобиль комплекс
Утҡа ҡаршы көрәшкә - мобиль комплекс
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: