+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2022, 13:40

Йылы гараж кәрәк!

2021 йылда һатып алынған “Янғын һүндереү машинаһына йылы гараж кәрәк!” тигән девиз аҫтында Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортонда былтыр 24 декабрҙә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау-2022” программаһында ҡатнашыуға арналған йомғаҡлау йыйылышы үтте. Республиканан күрһәтелгән бындай ҙур ярҙамды файҙаланып ҡалырға тырышып, программаның быйылғыһында ла ҡатнашырға теләк белдерҙе биләмә халҡы.

Йылы гараж кәрәк!
Йылы гараж кәрәк!

Был программала еҙемҡарандар йыл да уңышлы ҡатнаша тип әйтергә мөмкин. 2019 йылда, мәҫәлән, “МТЗ-82” тракторы, 2020-лә тракторға арба, КУН, роторлы ҡар көрәгес һатып алдылар, 2021 йылда иһә янғын һүндереү машинаһын (мобиль комплекс) яңырттылар. Шуға ла быйыл да конкурста ҡатнашырға һәм мотлаҡ еңеүгә өлгәшергә тигән үҙмаҡсат ҡуйғандар.
Ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова йыйылыусыларға был программаның урында бик күп мөһим проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге биреүен ентекләп аңлатты, бы-йыл да конкурста ҡатнашыуға заявка бирелеүе тураһында әйтте.
Проекттың хаҡы 1 млн. 350 мең һум тороп, шуның 1 млн. һумы республика бюджетынан бирелһә, 100-әр мең һумы ауыл халҡы һәм бағыусыларҙан йыйыласаҡ, 150 мең һумы ауыл биләмәһе бюджетынан бүленәсәк. Ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйырға кәрәк буласаҡ. Йыйылышта шулай уҡ инициатив төркөм һайланды.
Еҙемҡарандарға алдарына ҡуйған маҡсатҡа ирешеп, проект конкурсында еңеп сығырға яҙһын.

Йылы гараж кәрәк!
Йылы гараж кәрәк!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: