+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 15:00

Буласаҡ табибә һынатмай

Студент йылдары – кешенең романтика менән һуғарылған ҡабатланмаҫ йәшлек осоро ғына түгел, ә үҙ аллы тормош һабаҡтары туплау мәле. Был осор хаҡында һәр кемдең күңелендә матур, күңелле хәтирәләр һаҡлана.

Буласаҡ табибә һынатмай
Буласаҡ табибә һынатмай

Күптәр уҡыу менән бер рәттән үҙҙәренә төрлө шөғөл таба: кемдәрҙер спорт менән шөғөлләнә, икенселәре төрлө ижади түңәрәктәргә йөрөй, уҡыу йорто, мауыҡтырғыс студент тормошо уртаһында ҡайнай, бәғзеләр аҡса эшләү уйы менән уҡыуҙы эш менән аралаштыра.
Рәсәй студенттары көнө уңайынан Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультеты талибәһе Айгөл Вәлиева менән таныштырмаҡсыбыҙ. Бында белем алыуы уның юғары маҡсаттарға ынтылып йәшәүенә бәйле. 11-се класта бөтөн көсөн медицина университетына ингәндә кәрәкле дүрт фәнгә: химия, биология, математика, рус теленә бирә. Һәм, һөҙөмтәлә, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра. Красноусолда тыуып-үҫеп, Н.А.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлаған тырыш, ныҡышмал, уңған ҡыҙ шулай итеп БДМУ студенты булып китә.
Әлбиттә, белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Ә табип һөнәренә уҡыусылар ҡойоно икеләтә тәрәнерәк һәм сифатлыраҡ ҡаҙырға тейештәр, минеңсә. Фән менән практиканың йәнәш алып барылыуы үҙләштерелгән материалдың кимәлен белергә ярҙам итә, һиндә ышаныс, рух көсө булдыра. Әлегә Айгөл медицина фәненең бик текә үрҙәренә үрмәләһә, оҙаҡламай практикалар башланып, үҙ һөнәренә тоғролоғо тап ошонда һынала ла инде.
Айгөлдөң тырышлығы, маҡсатҡа ирешеүсәнлеге атай-инәһе Фәнүр Фазлетдин улы менән Таңсулпан Айҙар ҡыҙынан килә. Күркәм, булдыҡлы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ апай булараҡ, туғандары Илнур менән Тимурға өлгө булып тора.
Буласаҡ табибәгә теләк бер: киләсәктә тырышып уҡып, яуаплылыҡ талап иткән табип һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен үҙләштереп, районға дипломлы белгес булып ҡайтырға, Красноусол үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре коллективын тулыландырырға яҙһын. Уҡыуыңда уңыштар һиңә, Айгөл!

Буласаҡ табибә һынатмай
Буласаҡ табибә һынатмай
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: