+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2022, 13:00

Унда һәр береһе лә ҡаһарман ине...

27 ғинуарҙа Рәсәй Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград ҡалаһын (хәҙер Санкт-Петербург) фашис-тар ҡамауынан тулыһынса азат итеүҙең 78 йыллығын билдәләне.

Унда һәр береһе лә  ҡаһарман ине...
Унда һәр береһе лә ҡаһарман ине...

Ленинград блокадаһы – Ватаныбыҙ тарихының иң ҡаһармандарса һәм шул уҡ ваҡытта иң фажиғәле лә бите ул. Ҡамау 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарынаса – ҡайғылы, һыҙланыулы, ғазаплы, сикһеҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән тулы 900 көн буйы - дауам итә...
Гитлер ҡаланы ер йөҙөнән юҡ итергә, уны һаҡлаусыларҙың ҡаршылығын һындырырға һәм яулап алырға яҫҡына. Дошман көнө-төнө Ленинградҡа өҙлөкһөҙ артиллерия уты яуҙыра һәм бомбаға тота. Ләкин ул саҡта утҡа һәм бомбаға тотоуҙан да ҡурҡынысырағы – кешеләрҙе меңәрләп ҡырып һалған аслыҡ була. Блокада осоронда аслыҡтан һәм һыуыҡтан, артиллерия утынан 700 меңдән ашыу ленинградлы һәләк була.
Шундай ауыр шарттарҙа ла улар оборона предприятие-ларында хеҙмәт итә, халыҡ ополчениеһы дивизияларында һуғыша. Нева буйындағы ҡаланы героик һаҡлау совет халҡының батырлығы һәм сыҙамлығы кәүҙәләнешенә әйләнә.
Беҙҙең ғәскәрҙәр ҡамау ҡулсаһын күп тапҡырҙар өҙөргә ынтыла, ләкин быға 1943 йылдың ғинуарында, Ленинград һәм Волхов фронттарының Балтик флоты менән берлектәге һөжүме барышында ғына өлгәшә алалар.
Совет һалдаттары һәм Ленинград халҡы ғәйәт күп мәхрүмлектәр, ҙур ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек менән ҡаланы һаҡлап ҡалалар. 1944 йылдың 27 ғинуарында ҡамау тулыһынса юҡ ителә. 1945 йылдың майы-нан Ленинград Герой–ҡала булып тора.
Нева ярындағы ҡаланы ҡотҡарыу шул тиклем күп кеше ғүмерҙәрен: һалдаттар, ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йәнен алып китеүе менән дә аяныслы. Улар хаҡында иҫтәлек, һәр береһенең исеме беҙҙең өсөн изге!
Ленинград өсөн алышта меңәрләгән совет яугирҙары батырҙарса һуғышып һәләк була. Изге ҡандар мул һеңгән шул ерҙә мәңгелек йоҡоға талыусылар араһында беҙҙең Ғафури яугирҙары ла бар. 130-ҙан ашыу кешебеҙ яу яланында башын һала, ауыр яраларҙан һәләк була.
Улар араһында: Абдрахманов Әхмәтйән Ибәтулла улы, Абдрахманов Фәррәх Хәбибулла улы, Әбдрәшитов Нурмөхәмәт Закир улы, Абдуллин Ғөбәйҙулла Ғәбиҙулла улы, Әбделмәнов Рәшит Хәлил улы, Аҙнабаев Иҙрис Вафа улы, Аҡбашев Хәмәтша Хаммат улы, Алексеев Иван Кузьмич, Аллабирҙинов Мөхәмәт, Алтынсурин Фәтҡулла Әхмәт улы, Әминов Хәйретдин Әхмәт улы, Анисимов Владимир Васильевич, Анисимов Владимир Ефимович, Ананьев Александр Гаврилович, Аҫылбаев Сөләймән, Афанасьев Семён Акимович, Әхмәтов Хәбибрахман Абдрахман улы, Әхмәтшин Зәкәриә Шәрәфетдин улы, Әхтәмов Абдрахман Әхтәм улы, Байбулатов Хажиғәле, Баймырҙин Вассиди, Баранов Степан Васильевич, Баранов Григорий Егорович, Батыршин Шәйхетдин Хөсәйен улы, Бәхтейәров Хәсән Сәмерхан улы, Башаров Исмәғил Кинйәбуҙ улы, Башин Дмитрий Устинович, Башин Николай Петрович, Башин Пётр Павлович, Башин Семён Петрович, Белов Николай Александрович, Беляков Дмитрий Артёмович, Бикбаев Әбүбәкир Шәүәлей улы, Богаткин Александр Михайлович, Бондаренко Павел Захарович, Борисовский Дмитрий Васильевич, Борисовский Иван Филиппович, Бражников Иван Федорович, Булатов Абдулла, Быченков Никита Петрович, Ваһапов Зәки Әхмәҙулла улы, Вәлиев Әхмәр Ғәле улы, Вәлиев Аскар Кәбир улы, Вәлитов Айытбай, Вәлитов Ғәҙиәт Ғәҙиәт улы, Васильев Ананий Ефремович, Веселов Алексей Захарович, Вихрев Александр Кузьмич, Ғәзизов Мәһәҙи, Ғәйнуллин Рәхмәтулла Фәйзулла улы, Ғәйнуллин Тимербай Сәхәүетдин улы, галанов Пётр Дмитриевич, Ғәлимуллин Зәйнулла Шәфҡәт улы, Ғаянов Ғаяз Нурлығаян улы, Ғиззәтуллин Хөрмәт Сибәғәт улы, Ғилметдинов Вафир Мөхәмәтдин улы, Горланов Степан Васильевич, Ғөбәйҙуллин Абдулғәни Хәбир улы, Давыдов Фёдор Ефимович, Дмитриев Тимофей Фёдорович, Долинов Сергей Гайдукович, Елагин Михаил Николаевич, Ерёмкин Иван Прокофьевич, Жалин Александр Фёдорович, Жоров Игнатий Иванович, Заплатин Иван Семёнович, Изюмов Лазарь Фёдорович, Искәндәров Хәбибулла, Исмәғилев Самит, Ишберҙин Ғәлиулла, Ишкин Фәхретдин Хөбөтдин улы, Калабугин Константин Александрович, Кәлимуллин Нәғим Әбдрәхим улы, Калинин Григорий Николаевич, Кальянов Николай Матвеевич, Карасёв Кузьма Данилович, Ҡасимов Мәхмүт Мөхәмәт улы, Кинйәбаев Ғиндулла, Козленков Андрей Никитович, Колыванов Иван Васильевич, Королев Иван семёнович, Краснов Илья Фёдорович, Ҡунафин Шәрифулла, Кусакин Григорий Афанасьевич, Леонтьев Захар Андреевич, Лохмачёв Александр Михайлович, Мәхмүтов Абдулла Ғитиәтулла улы, Машков Пётр Андреевич, Мельников Дмитрий Гаврилович, Мозафаров Абрар, Мөхәмәтҡолов Шәкир Кәрим улы, Нафиҡов Нурәхмәт Нурғәле улы, Небогатов Дмитрий Григорьевич, Новиков Александр Фёдорович, Орлов Сергей Яковлевич, Павлов Виктор Сергеевич, Павлов Сергей Ильич, Пастухов Василий Ефимович, Потапов Михаил Васильевич, Раков Фёдор Пет-рович, Рәхимов Кәбир Сәлим улы, Рахманғолов Хәбибулла, Рәхмәтуллин Минебай, Садаев Пётр Тихонович, Сәлихов Вәли Абдулла улы, Сәхәпов Ғәлимулла, Сидоров Григорий Ефимович, Сидоров Михаил Григорьевич, Сыйденков Сәйфулла, Сюртуков Сергей Иванович, Толкушев Николай Андреевич, Третьяков Михаил Петрович, Урманшин Әҡсән Йәрмөхәмәт улы, Усков Михаил Николаевич, Усманов Әхмәт Нәғим улы, Усманов Ғарифйән Мырҙа улы, Ушаков Василий Андреевич, Фәйзуллин Мөсәлим Ялал улы, Фәйзуллин Шәриф Ғәбиҙулла улы, Хәлилов Ғиззәт Хәйрулла улы, Хәлимов Зиннур Минһаж улы, Хисмәтуллин Ғәзизулла, Хөснөтдинов Зөфәр, Целищев Александр Петрович, Чивлецев Николай Порфирьевич, Шаһиев Миңнулла, Шәмсубаров Рифҡәт Хажиардар улы, Шапошников Василий Иванович, Юдин Иван Никонорович, Юлмөхәмәтов Вәлиулла Зәйнулла улы, Яковлев Алексей Аверьянович, Яҡупов Шакир Мотиғулла улы, Ямалетдинов Минеғәли, Яхин Мәһәҙи Мөхәмәт улы бар.
Ваҡыт туҡтамай, алға елә... Районда тыуған яғына Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан бер генә Ленинград һалдаты ла ҡалманы. Ләкин ҡаланы һаҡлаусыларҙың, ул утлы йылдар ҡаһармандарының батырлығы ваҡытҡа буйһонмай. Улар һәр саҡ беҙҙең иҫтә!
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар
советы рәйесе.

Унда һәр береһе лә  ҡаһарман ине...
Унда һәр береһе лә ҡаһарман ине...
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: