+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 15:25

Быйылғы йыл уҡытыусыһы – 1-се мәктәптән

Бөгөн, 28 ғинуарҙа, ниһайәт, район хакимиәтенең ултырыштар залында “Йыл уҡытыусыһы-2022” район конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте (пандемия сәбәпле, әҙ кеше ҡатнашты).

Быйылғы йыл уҡытыусыһы – 1-се мәктәптән
Быйылғы йыл уҡытыусыһы – 1-се мәктәптән

Бәйгенең барлыҡ һынауҙарын да уңышлы үтеп сыҡҡан Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Ольга Владимировна Краснова “Йыл уҡытыусыһы-2022” еңеүсеһе исемен яуланы. Еңеүсе район хакимиәтенең 75 мең һумға сертификат менән бүләкләнде. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” – Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Екатерина Сергеевна Хлёскина, “Йәш йыл уҡытыусыһы” – Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алия Харис ҡыҙы Камолова лайыҡ булды. Барыһына ла аҡсалата бүләктәр (25-әр мең һум) һәм сәскә гөлләмәләре тапшырылды.

Быйылғы йыл уҡытыусыһы – 1-се мәктәптән
Быйылғы йыл уҡытыусыһы – 1-се мәктәптән
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: