+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 16:00

Ете проект – еңеүсе!

Күптән түгел Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеүселәр исемлеге билдәле булды. Улар араһында райондан ете проект бар.

Ете проект – еңеүсе!
Ете проект – еңеүсе!

Конкурсҡа республиканың 60 муниципаль берәмегенән 516 проект килгән. Улар 11 грант йүнәлеше буйынса 74 проект еңеү яуланы. Башҡортостандан конкурс-та ҡатнашыусы уңышлы проекттар һаны буйынса районыбыҙ Өфө ҡалаһынан һуң 2-се урында.
Гранттар конкурсында еңгән район проекттары араһында “Ҡайынҡай” Яңғыҙҡайын ауылы биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды «Киләсәк ауыл мәктәбе - 21 быуат» проекты ла бар. 1 033 035 һум күләмендәге аҡсаға Яңғыҙҡайын ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә тәү сиратта информатика кабинетында косметик ремонт яһаласаҡ, стеналар һәм иҙән буяласаҡ, ишек алмаштырыласаҡ, компьютер өҫтәлдәре һәм ултырғыстар менән яңы заманса мебель һатып алынасаҡ. Компьютер класында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 20 эш урыны буласаҡ. Шулай уҡ мультимедиалы проектор, интерактив таҡта, күп функциялы принтер ҡуйыла. Былар барыһы ла уҡыуҙа өлгәшеүҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, яңы компьютер техникаһы предметты тәрән өйрәнеү өсөн шарттар булдыра, уҡыусылар олимпиадаларға сифатлы әҙерләнә, "Интернет" селтәрендә кәрәкле материал таба аласаҡ. Яңы класс уҡыусыларға ғына түгел, ауыл халҡы өсөн дә файҙалы буласаҡ. Ололар һәм пенсионерҙар компьютерҙа эшләү дәрестәренә йөрөй, буласаҡ водителдәрҙең теоретик курстарын үтә ала. Проект буйынса Яңғыҙҡайын урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 6-8-се класс уҡыусылары араһында ҙур мәғлүмәт турниры һәм 9-11-се класс уҡыусылары араһында Еңеү көнөнә ҡарата иң яҡшы презентацияға конкурс үтәсәк.
Грант конкурсында еңгән "Таң" Мораҡ ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының "Тормош буйлап күтәренке кәйефтә" проектына ярашлы, урындағы мәҙәниәт йорто биләмәһендә тренажёрҙар, спорт инвентары һәм ял итеү зонаһы булған спорт-ғаилә ял үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Унда йәштәр, балалары менән йәш ата-әсәләр буш ваҡыттарында спорт менән шөғөлләнә, аралаша ала. Проект буйынса грант күләме - 499 255 һум.
Президент гранттары фонды ярҙамында Ташлы балаларының һәм йәштәренең күптән көтөлгән хыялы тормошҡа ашасаҡ. «Ауыл халҡына - уйындар, спорт һәм һаулыҡты нығытыу өсөн майҙансыҡ!» проекты менән конкурста еңгән, "Ташлы" ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды 1 226 493 һум күләмендә аҡса аласаҡ. Майҙансыҡ төҙөү өсөн участка бүленгән дә инде. Унда уйын һәм спорт зоналары буласаҡ. Спорт өлөшөндә атлетика комплексы, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары урынлашасаҡ. Уйын майҙансығында иһә уйын комплексы, балалар һәм ата-әсәләр өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Майҙансыҡ төҙөлөп бөткәс, сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм спортҡа йәлеп итеү өсөн балалар һәм өлкәндәр араһында спорт һәм күңел асыу саралары уҙғарыласаҡ.
Грант конкурсында «Һаулығыбыҙ шәп - майҙансыҡҡа рәхмәт!» исемле проект менән "Ҡауарҙы" ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды проекты ла еңеү яуланы. Бында грант суммаһы 499 914 һум. футбол һәм волейбол уйындары өсөн үлән япмалы майҙансыҡ төҙөү, спорт инвентары һәм кәрәк-яраҡтар (туптар, жилеттар) һатып алыу, спорт майҙансығы биләмәһен кәртәләү күҙаллана. Шулай уҡ грант аҡсаһы яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыуға йүнәлтелә. Әлеге балалар спорт майҙансығы биләмәһендә турниктар һәм тренажерҙар комплексы ла ҡуйыласаҡ.
Яңы спорт майҙансығы Ҡауарҙыла футбол һәм волейбол буйынса ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, балаларға физик культура менән шөғөлләнеү өсөн дәртләндереү сараһы ла булып торасаҡ.
"Толпар" Толпар ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды обелиск төҙөү бу-йынса "Беҙ хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ" проекты менән еңеп сыҡты. Уға ярашлы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауыл кешеләре һанынса 59 ағас ултыртыласаҡ, мемориаль таҡтала уларҙың исемдәре яҙыласаҡ. Яңыртылған обелискыны Бөйөк Еңеү байрамында тантаналы асырға планлаштырыла. Эштәрҙе бойомға ашырыу өсөн 278 490 һум - грант аҡсаһы алған.
"Изгелек шишмәһе" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге конкурста «Изге йорт: өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит» проекты менән еңеп, ауыр тормош хәлендә ҡалған оло йәштәгеләргә, инвалидтарға сифатлы социаль ярҙам күрһәтеү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк. 32 койка-урынлыҡ ике ҡатлы пансионат бинаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Йортта йәшәүселәр өсөн хәүефһеҙ, уңайлы, бөтә талаптарға яуап биргән яҡшы шарттар буласаҡ. Пансионат өсөн уңайлы мебель, кәрәкле ашхана ҡорамалдары һатып алынасаҡ, ял бүлмәһе һәм дауалау физкультураһы кабинеты эшләйәсәк. 3 000 000 һум грант аҡсаһы «Изгелек шишмәһе» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итәсәк.
«Өмөт нуры» инвалидтарға ярҙам фонды «Һин булдыраһың! Эшең килеп сығыр» проекты бу-йынса 437 550 һум грант аҡсаһына инвалидтар өсөн реабилитация һәм үҫеш үҙәген булдырыу эштәрен дауам итәсәк. Өҫтәмә финанс-лау бүлмәләрҙә ремонт эшләргә, кабинеттарҙы йыһазландырырға, спорт күнекмәләре һәм ярыштар, шулай уҡ иҫтәлекле урындар буйлап күсмә һәм онлайн-экскурсиялар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Даун сирле балалар, балалар церебраль фалижы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр, шулай уҡ оло йәштәге инвалидтар өсөн үҙәктә психологтар һәм табиптарҙың балалар йәки өлкәндәрҙең ғаилә ағзалары менән осрашыуҙарын ойоштороу күҙаллана.
Райондың еңеүсе грант проекттарының суммаһы өҫтәмә финанслауһыҙ 6 974 737 һум тәшкил итте. Биләмәләр һәм социаль ойошмалар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, төрлө өлкәләрҙә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк был проекттар кешеләргә хеҙмәт итәсәк. Грант конкурсында еңеү социаль үҫеш фондтары һәм ойошмаларҙың район хакимиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе һөҙөмтәһендә яуланды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.А.Небогатова етәкселегендә белгестәр бөтә этаптарҙа ла кәрәкле ярҙам күрһәтте.

Ете проект – еңеүсе!
Ете проект – еңеүсе!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: