+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 10:30

Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн тормошобоҙ күгендә

Әтиебеҙ Наил Хәбибулла улы Мәхмүтов 1927 йылдың 30 ғинуарында матур тәбиғәтле Үтәк ауылында тыуа. Бала сағынан күп ауырлыҡтар күреп үҫә.

Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн тормошобоҙ күгендә
Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн тормошобоҙ күгендә

Уларҙың ғаиләһен 1932 йылда кулак тип ғәйепләп, күп кенә мал-мөлкәттәрен, йорттарын тартып алғас, келәттә йәшәйҙәр. Уға бала саҡтан уҡ ололар менән бер рәттән донъя йөгөн тартырға тура килә. 8 класс белемде Үтәк ауылында, урта белемде күрше Ишембай районының Йәнырыҫ ауы-лында ала. Һуңынан 1 йыл Сахалин участкаһында (хәҙер юҡ инде) Красноусол быяла заводы өсөн ағас киҫә. Әрме хеҙмәтенә алынғас, Германияла 5 йыл ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта.
Әтиебеҙ ошо ауыл ҡыҙы, әниебеҙ Рәшиҙә Исхаҡ ҡыҙы менән бер-береһен яратып өйләнешәләр. Ташбүкән ауылында 10 йыл татыу ғүмер итә улар. Әтиебеҙ Ҡурғашлы ауылына йөрөп эшләй, бухгалтер вазифаһын башҡара. Кеше менән тиҙ аралашыусан, үҙ эшен яҡшы белгән, ярҙамсыл, изге күңелле әтиебеҙҙе һәр ҡайҙа ихтирам итәләр. Һуңынан Үтәк ауылында йәшәй башлайҙар. Әниебеҙ оҙаҡ йылдар колхозда сөгөлдөр үҫтерҙе. Әтиебеҙ колхозда күп йылдар бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул үҙ эшенең оҫтаһы, грамоталы белгес булып үҙенән һуң да алмаштар ҡалдырҙы. Әниебеҙ менән беҙҙе, 8 баланы тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Барыһы өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ.
Бөгөн иһә улар бәхетле ҡартатай, нәнәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр шатлығы кисереп, ҡыуанып Үтәк ауылында йәшәйҙәр. Быйыл сентябрь айында уларҙың татыу ғүмер итеүҙәренә 70 йыл тула. Бер-береһенә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы ҡәҙерлеләребеҙ һәр беребеҙгә лә аҡыллы кәңәштәрен биреп, күптәргә өлгө булып ғүмер кисерә. Киләсәктә лә әни менән иңгә-иң терәп, бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәргә насип булһын.
(79) Балалары.

Ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әтиебеҙ, ҡартатайыбыҙ Наил Хәбибулла улы МӘХМҮТОВты 95 йәше тулыу уңайынан ҡотлайбыҙ. Барыбыҙға ла күңел терәге булған, тормошобоҙға йәм өҫтәүсе ғәзиз кешебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай, аяҙ көндәр теләйбеҙ. Тәнеңдән сихәт, күңелеңдән тыныслыҡ, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, йөрәгең борсолоуҙар белмәһен. Яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, бәрәкәтле мул тормошта, һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә әниебеҙ менән бергә-бергә имен тормошта йәшәргә яҙһын.
Рәхмәт, әти, һин булғанға
Тормошобоҙ күгендә.
Терәк булдың һин һәр ваҡыт
Кәрәклеһең бөгөн дә.
Һалҡын ҡарлы ҡышта тыуһаң да һин,
Яҙ ҡояшы һәр саҡ күңелеңдә.
Һәр ваҡытта йөҙөң көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн тормошобоҙ күгендә
Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн тормошобоҙ күгендә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: