Дүшәмбе көнө район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов уҙғарған онлайн оператив кәңәшмәлә республика “Ашығыс медицина ярҙамы” станцияһының баш табибы Аяз Ринат улы КАМАЛОВ ҡатнашып, ошо яңылыҡҡа асыҡлыҡ индерҙе.
- Бөтә Рәсәйҙә ваҡ “Ашығыс ярҙам” станцияларын эреләтеү бара, илдең 40 төбәгендә был эш тамамланған да инде. Башҡортостанда иһә эреләтеү процесы 2019 йылда башланды. Быйыл йыл аҙағына тиклем 10 район-ара “Ашығыс ярҙам” станцияһы булдырыу күҙаллана. Улар әле Мәсәғүттә, Нефтекамала, Белоретта, Күмертау, Октябрьский, Бөрөлә эшләй.
Беҙ халыҡҡа тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыуҙы төп маҡсат итеп ҡуябыҙ. Ғафури районы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте Стәрлетамаҡ “Ашығыс ярҙам” станцияһына ҡушылғас ниндәй үҙгәрештәр көтөлә һуң? Беренсенән, барлыҡ шылтыратыуҙар, хатта иң төпкөл ауылдарҙан да, Стәрлетамаҡтағы эре телефон станцияһына – Берҙәм диспетчер үҙәгенә киләсәк. Уның эшендә һанлы технологиялар ҡулланыла һәм шылтыратыуҙарҙың яҙмаһы һаҡланыуы ҡулайлы. Бөтә шылтыратыуҙар ҙа бик уңайлы ҡыҫҡа “103”, “03”, “112” номерҙары аша үтергә тейеш. Шылтыратыуҙар ҡабул итеүсе колл-үҙәктең диспетчеры район дауаханаларындағы бүлексәләрҙән айырмалы рәүештә, хәҙерге кеүек өҫтәмә функциялар үтәмәй, ә бригадаларға мәғлүмәт ҡабул итеү һәм тапшырыу менән генә шөғөлләнә.
Икенсенән, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең матди-техник яғы ла яҡшырасаҡ. Райондар араһында сиктәр юйылыуы ла уңайлы. Мәҫәлән, ашығыс ярҙам район үҙәгенән бик алыҫта, әммә башҡа район йәки ҡалалағы "ашығыс ярҙам" станцияһына яҡында кәрәк булыуы бар, ошо осраҡта иң яҡын урынлашҡан "ашығыс ярҙам" станцияһы машиналары йүнәлтеләсәк. Был иһә һеҙҙең "ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә башҡа бригадалар ҙа ярҙамға киләсәк тигәнде аңлата.
Үҙәктең диспетчеры Үҙәк район дауаханаһындағы бүлексәләрҙән айырмалы рәүештә, хәҙерге кеүек өҫтәмә функциялар үтәмәү, ә бригадаларға мәғлүмәт ҡабул итеү һәм тапшырыу менән генә шөғөлләнә.
Сирлеләргә барып етеү ваҡытына килгәндә, кисекмәҫтән тиҙ ярҙам күрһәтергә кәрәк булған – инфаркт, инсульт, ауыр имгәнеү, тән бешеү, ҡан юғалтыу, ағыуланыу һәм башҡа осраҡтарҙа 20 минут, әгәр ҙә 30 км-ҙан йырағыраҡ икән – был ваҡыттың күберәк булыуы мөмкин.
Ә инде башҡа осраҡтарҙа – юғары температура, йәки башҡа ғүмергә хәүеф менән янамаған осраҡтарҙа медицина ярҙамы 2 сәғәт эсендә килергә тейеш.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы ЙӘНЕШЕВ та был мәсьәләгә туҡталып, аңлатма биреп китте.
- Ағымдағы йылдың 1 июленән "ашығыс ярҙам" саҡырыу Стәрлетамаҡ округы буйынса Берҙәм телефон номеры аша башҡарыласаҡ. Әлеге көндә район “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә 16 автомобиль иҫәпләнә. Шуларҙың өсәүһе Стәрлетамаҡ “Ашығыс ярҙам”станцияһына ҡушыла һәм кисекмәҫтән ярҙам кәрәк булған осраҡтарға йөрөйәсәк. Ҡалған автомобилдәр район халҡына әүәлгесә ашығыс ярҙам күрһәтәсәк. Был үҙгәрештәр ашығыс ярҙам һәм кисектергеһеҙ тиҙ ярҙам хеҙмәте эшен көйләү (бүлеү) өсөн эшләнә.
Әйтергә кәрәк, район “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре был яңылыҡты ыңғай ҡабул итте. Медиктар үҙҙәре лә бынан ота ғына: махсус кейем менән тәьмин итеү яҡшырасаҡ, автопарк яңыртыласаҡ, карьера үҫеше перспективалары барлыҡҡа киләсәк, ҙурыраҡ структураларҙағы кеүек юғарыраҡ категория алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, ә был - эш хаҡына өҫтәлмә.
Иң мөһиме - район халҡына борсолорға сәбәп юҡ. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте райондан бер ҡайҙа ла китмәй. Әлеге кеүек үк “Ашығыс ярҙам” бригадалары Красноусол үҙәк район дауаханаһы алдында ултырасаҡ. Тик хеҙмәткәрҙәрҙең эш урыны булып Стәрлетамаҡ “Ашығыс ярҙам” станцияһы яҙыласаҡ. Халыҡ “Ашығыс ярҙам”һыҙ ҡалмаясаҡ!