

- Сергей Олегович, йыш ҡына предприятиеның уңыштарын бөтөн коллективтың тырыш хеҙмәте, тип баһалайбыҙ. Һеҙҙеңсә, был хаҡ һүҙҙәрме?
-Тап шулай. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан иң башта Красноусол һәм район үҙәгенә яҡын урынлашҡан бер нисә ауылды йылылыҡ, эсәр һыу менән тәьмин иткән 96 кешенән торған “Тепловодоснабжение” МУП-ы хеҙмәткәрҙәренең көндәлек тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк.
Предприятиебыҙ районда иң эреләрҙән һанала. Беҙ район үҙәгендә 12 ҡаҙанлыҡты, мәғариф бүлегенә ҡараған – 31, мәҙәниәт бүлегенең – 6 һәм Табын коррекция мәктәп-интернатының ҡаҙанлыҡтарын, йәмғеһе - 38, 30 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерәбеҙ. Былтыр Красноусолдағы 29-сы һәм Фрунзе урамындағы 30-сы һанлы йорттарҙы, быйыл Аҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған Болон ауылының Ленин урамындағы 1-се, Табын ауылындағы Үҙәк урамдағы 64-се һанлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүгә ҡабул итеп алдыҡ.
-Йылытыу миҙгелен нисек тамамлайһығыҙ?
-Йылытыу миҙгеле әлегә тамамланманы, әммә уны уңышлы, аварияһыҙ сығып киләбеҙ, тип әйтергә мөмкин. Береһе тамамланып өлгөрмәне, 2022-2023 йылғы көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды. Йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлай башлаясаҡбыҙ.
-Билдәләп үтеүегеҙсә, предприятиеғыҙҙың ҙур булыуынан барыһын да, атап әйткәндә, ремонт, яңыртыу һәм башҡа эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн күп көс һалырға тура киләлер? Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
-Әлбиттә, барыһына ла ҡулдан килгәнсә көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ. Коммуналь хужалыҡ объекттарын реконструкциялау, ремонтлау һәм модернизациялау эштәре менән артабан да шөғөлләнергә иҫәп тотабыҙ. Тап ошонан да халыҡтың тормош уңайлыҡтары, һыу, йылылыҡ менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү тора ла инде. Күптәнге беҙҙе борсоған мәсьәлә хәл ителеү өҫтөндә: 2-се һәм 6-сы ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу буйынса дәүләт экспертизаһы үтелде, республика адреслы инвестиция программаһына индерелде, хәҙер реконструкция буласаҡ.
Яңы биҫтәләргә (Һабантуй, Йәштәр) һыу үткәргестәр төҙөү буйынса проект дәүләт экспертизаһы үтте. Барлығы 6 км 700 метр һыу үткәргес магистралгә проект район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән эшләнәсәк. Проектлауҙы быйыл тамамлап, республика программаһына инеү мөмкинлеге буласаҡ. Яңы һыу үткәргес төҙөү Сахалин биҫтәһенә һыу үткәргестәр һуҙыу мөмкинлеген бирәсәк, шулай уҡ район үҙәгенең көньяҡ-көнбайыш биҫтәһен һыу менән тәьмин итеүгә тотҡарлыҡтан азат итәсәк.
Ер ҡарҙан әрселеү менән туҙған һыу үткәргес торбаларҙы замансаға (110 диаметрлы) алыштырыу эшенә тотонасаҡбыҙ. Был эштәр 550 метр арауыҡта башҡарыласаҡ.
Һәр йылдағыса, яҙғы ташҡын ваҡытында алдан әҙерләнгән шыйыҡса менән эсәр һыуҙы зарарһыҙландырыу башҡарыла.
- Матди-техник базағыҙ ни хәлдә?
- Предприятие иҫәбендә 13 берәмек техника бар. Техника паркын яңыртыу буйынса эш алып барыла. Күптән түгел Лизинг буйынса “Газель-Некст” автомашинаһы базаһында оседезатор (канализация таҙартҡыс) һатып алдыҡ. Автомашинаны 9 йыл стажлы водитель Юнир Зөбәйеровҡа ышанып тапшырҙыҡ, ул идара итәсәк. Бындай автомашиналар 3-әү булды, береһе ныҡлы иҫкергән, уныһы һыу селтәрҙәрен йыуҙырыуҙа эшләйәсәк, икәүһе балалар баҡсалары, мәктәптәрҙең һәм халыҡтың заявкаһы буйынса канализация соҡорҙарын таҙартыуҙа файҙаланыласаҡ. Шулай уҡ алдағы пландарға килгәндә, авария, йөк автомашиналарын яңыртырға иҫәп тотабыҙ.
- Әңгәмә башында предприятиеның уңышы коллективтың тырышлығы һөҙөмтәһе булыуы хаҡында һүҙ булғайны. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан кемдәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?
- Бер кемде лә айырып билдәләү мөмкин түгел, сөнки коллектив ҙур, һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Бары тик тәжрибәле, ҙур стажға эйә булып, фотоһүрәттәре предприятиебыҙҙың “Почет таҡтаһы”на урынлаштырыласаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе генә атап үтергә теләйем. Улар: 30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә диспетчер-оператор Радик Булатов предприятиела 1992 йылдан алып эшләй, ҡаҙанлыҡ операторы Анатолий Фёдоров (1994 йылдан эшләй), диспетчер-оператор Радик Аязғолов (1995 й), слесарь-электрик Фаил Мәҡсүтов (1998 й), диспетчер-оператор Александр Смирнов (2000 й), “Водоканал” слесары Азамат Йәғәфәров (2003 й), йылылыҡ селтәрҙәре электригы Александр Вагин (2006 й), водитель Александр Сазанов (2009 й), биологик таҙартыу ҡоролмалары водителе Александр Ивановтар. Шулай уҡ грамоталы белгестәр АВР мастеры Евгений Юдин, ҡаҙанлыҡ мастеры Павел Ткачёвты билдәләп үтергә кәрәк. Хаҡлы ялға киткән хеҙмәткәрҙәргә алмашҡа йәш белгестәр килә. Бар ғүмерен коммуналь хужалыҡ тармағына арнаған, слесарҙан алып баш инженер дәрәжәһенә еткән, бай тәжрибәгә эйә, предприятиебыҙ ғорурлығы, районыбыҙҙың “Почётлы гражданины”, 67 йәшендә хаҡлы ялға туҡтаған Александр Васильевич Безовчукты булдыҡлы, грамоталы йәш белгес Дмитрий Юдин алыштырҙы. Шулай уҡ Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында уҡып, беҙҙә практика үткән һәм уҡыуын тамамлағас эшкә килгән иретеп йәбештереүсе Альберт Ноғомановҡа ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә предприятиебыҙ эшмәкәрлегендә бар башланғыстарыбыҙҙы хуплап, һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙған ра-йон хакимиәте башлығына ла рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы (улар 71 кеше) һөнәри байрамыбыҙ – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, ғаилә именлеге, байрам кәйефе теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!