

Рәшит Сабитов 1937 йылда Яңғыҙҡайын ауылында Фатима менән Мәхмүт Сабитовтар ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылы мәктәбенә уҡырға төшөп, 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығын механикалаштырыу училищеһында киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Яңғыҙҡайын МТС-ында тракторсы, колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Тәү сиратта эш түгел, ә белемдең өҫтөнөрәк булыуын аңлаған егет уҡыуын артабан дауам итергә уйлай һәм ҡабаттан парта артына ултыра. Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә 10-сы класты тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты ала. 1957-1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уны яҙмыш елдәре Урта Азияға, Үзбәкстан тарафтарына илтеп, бында нефть промыслаһында быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Ижади шәхес булып киткәнгә тиклем Рәшит Мәхмүт улы шулай үҙен ниндәй генә өлкәлә һынап ҡарамай ҙа, ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәй уға.
1961 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, Башҡорт дәүләт университетының татар-рус филологияһы факультетына уҡырға инә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә, ҡулына диплом алған йәш белгес Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй мәктәбенә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Университетта уҡыған йылдарҙа ижад менән мәшғүл булған мөғәллим бында ижадҡа ныҡлап тартыла башлай. Тәүге шиғырҙары гәзит-журнал биттәрендә 60-сы йылдарҙа уҡ күренә башлаған, “Йондоҙ” район гәзитендә төрлө мәҡәләләр-хәбәрҙәр менән йыш сығыш яһап, бер аҙ тәжрибә туплаған Р.Сабитов 1968 йылда “Ҡыҙыл таң” республика баҫмаһына хәбәрсе булып эшкә килә. Әҙәбиәт майҙанына балалар һәм үҫмерҙәр яҙыусыһы булып ышаныслы аҙымдар менән килеп ингән әҙипкә артабанғы йылдарҙа “Пионер” (хәҙерге “Аманат”) журналында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләргә насип була. 1979 йылдан Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте буйынса өлкән мөхәррир, 1993 йылдан “Заман – Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары, 1998 йылдан “Тамаша” журналында сәркәтип вазифаларын башҡарырға тура килә. Рәшит Мәхмүт улы матбуғатта эшләп абруй ҡаҙана. Уға “СССР-ҙың матбуғат отличнигы” тигән юғары исем бирелә. Р.Сабитов СССР һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, 2004-2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының татар әҙиптәре берекмәһе рәйесе, өлкән әҙәби консультант булып, үҙ вазифаларын намыҫлы атҡара. Бында эшләгән осорҙа ул йәш ижадсыларға ҡарата бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле була. Уларҙың ҡулъяҙмаларын ентекләп әҙерләп нәшриәткә тапшыра, үҙнәшер ысулы менән китап итеп сығарышыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа.
1980 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Рәшит Сабиттың “Йәшлегем йөҙө” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Бынан һуң балалар өсөн “Һаумы, мәктәп!” (1983), “Мин нефтсе булам” (1987), өлкәндәр өсөн “Ташламасы мөхәббәтем” (2005) тигән шиғырҙар, шиғри әкиәттәр һәм поэмалар китаптары донъя күрә. Яҙыусының сәсмә әҫәрҙәр ижад итеүҙә уңыштары айырыуса ҙур. Уның балалар өсөн “Ыласындар бейек оса” (1981), “Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра” (1985), “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” (1988), “Батырҙар ҡайҙа тыуа?” (1996) повесть-хикәйә китаптары баҫыла. Ә “Ыласындар бейек оса” повесы 1984 йылда Киевта украин телендә айырым китап булып донъя күрә. 2017 йылда әҙип үҙнәшер иҫәбенә татар телендә “Ғүмер ынйылары” тигән шиғырҙар-поэмалар китабын ҡулына ала. Өлкәндәр өсөн яҙылған “Мөхәббәт өйәнәге” повесы 1996 йылда “Тулпар” Башҡортостан йәштәре журналында баҫылып сығып, уның дауамы булған “Ал офоҡтар” (“Тулпар”, 1998), “Әрәмәлә ялбыр усаҡ” (“Тулпар”, 2002) повестары айырым йыйынтыҡҡа тупланып донъя күрә. Әҙиптең “Тулпар” журналында “Өҙөлмәгән өмөттәр” (2010), “Егән буйҡайҙарын буйланым” (2015), “Бала күңеле әсәлә” (2019) повестары баҫылһа, былтыр йәнә бер ижад емеше – тарихи темаға арналған “Котыгай” (“Күсем хан” тарихи романынан өҙөк) был баҫмала донъя күрә. Әҙәбиәткә балалар яҙыусыһы булараҡ килгән, унан һуң мөхәббәт темаһын үҙ иткән Рәшит Сабиттың тарихи прозаға тотоноуына шаһитбыҙ. Туҡтауһыҙ эҙләнеү, тынғыһыҙлыҡ хас булған яҙыусының оҫтаханаһы буш тормай. 5 томдан торасаҡ “Күсем хан” романының өсәүһе яҙылып бөткән, әҙип китапты үҙ иҫәбенә баҫтырырға иҫәп тота, әле ҡалғандары өҫтөндә эшләй.
Пенсияға сыҡҡас, йәнтөйәге Яңғыҙҡайында үҙ көсө менән ижад йортон төҙөтә. 2007 йылда ҡала тормошон ҡалдырып, бында ҡайтып донъя көтә башлай һәм тыныс ҡына ижад менән шөғөлләнә. Ижади оҫтахананан тыш, ҙур йорттоң бер бүлмәһендә яҙыусының бай шәхси китапханаһы урын алған.
Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булған Рәшит Мәхмүт улы ауылда үткән сараларҙа, өлкәндәр араһында уҙғарылған “Яратам һине, тормош!”, мәшһүр йырсы З.Мәхмүтов призына башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар район конкурс-тарында ҡатнашып, үҙен моңло йырсы итеп таныта.
Рәшит Сабиттың 75 йәше уңайынан сығарылған буклетта ҡәләмдәштәренең әҙип хаҡында әйткән һүҙҙәре урын алған: яҙыусы, педагог Рим Исхаҡов: “Миңә яҙыусының шул яғы оҡшай: Рәшит Сабиттың һәр әҫәренә нигеҙ тормоштан алынған, шуға күрә уларҙа яһалмалылыҡ юҡ. Яҙыусы әҫәрҙәрендә өлкәндәрҙең телмәре – өлкәндәрсә, балалар теле, уларҙың уйҙары, тирә-яҡ донъяға бағыштары эскерһеҙ, саф балаларса. Ана шуға күрә лә Рәшит Сабиттың әҫәрҙәрен олоһо ла, кесеһе лә берҙәй яратып ҡабул итә”. Яҙыусы Ирек Кинйәбулатов: “Рәшит һәр шиғырға теманы үҙ күңеленән, үҙ тормошонан ала. Уға ябайлыҡ, эскерһеҙлек, итәғәтлек хас сифаттар”, - ти.
Рәшит Мәхмүт улы бер ҡыҙ һәм ике улдың атаһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улының береһе вафат булған. Ҡыҙы - өс бала (ике малай, бер ҡыҙ) әсәһе Рәйлә менән улы Рәфис (ике ҡыҙы бар) – атайҙарының терәк-таянысы. Әҙип ике ейән, өс ейәнсәрҙең яратҡан олатаһы булып бәхетле ҡартлығын кисереп йәшәй.
85 йәшлек олпат юбилейығыҙ ҡотло, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.