-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2022, 18:55

Күңелдәрҙе нурландырҙы Ураҙа ғәйете

Мосолман донъяһы мөбәрәк Ураҙа ғәйетен билдәләне. Рамаҙан айы – мосолмандар өсөн иң изге ай. Был айҙа һәр кем тик игелекле ғәмәлдәр ҡылырға, насар ғәҙәттәрҙән тыйылып, үҙ-ара татыу йәшәргә тырышты. Ҡулынан килгәндәр Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ураҙа тотто, ифтар табындары ҡороп, сауап алды. Ураҙа тотоусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы, улар араһында ололар менән бер рәттән йәштәрҙең дә күп булыуы һөйөнөслө.

Күңелдәрҙе нурландырҙы  Ураҙа ғәйете
Күңелдәрҙе нурландырҙы Ураҙа ғәйете

2 майҙа Аллаһы Тәғәләгә ихласлыҡ менән ниәт ҡылып, изге Рамаҙан ураҙаһын тотҡан мосолмандар Красноусол мәсетенә Ураҙа ғәйетенә йыйылды. Улар араһында оло кешеләрҙең генә түгел, йәштәрҙең, балаларҙың (өс тиҫтәгә яҡын) күплеге матур күренеш булды.
Сараның тәүге өлөшөндә мәсеткә килеүсе олоһо ла, кесеһе лә берҙәй булып ғәйет намаҙын уҡығандан һуң, Красноусол мәсете имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров вәғәз һөйләне, Ҡөрьән аяттары уҡыны. Теләгәндәр әрүахтарға доғалар бағышлап, хәйер-саҙаҡалар һалды, шулай уҡ фытыр бирҙе. Артабан барыһы ла һый-ниғмәттән һығылып торған табынға йыйылып, тәмле итеп бешерелгән байрам былауынан ауыҙ итте, тәм-томдар менән сәй эсте.
Киләсәктә иманға килеүселәр тағы ла артһын, киләһе ураҙаларҙы бергә-бергә тоторға яҙһын, тигән теләктә таралышты халыҡ.

Күңелдәрҙе нурландырҙы  Ураҙа ғәйете
Күңелдәрҙе нурландырҙы Ураҙа ғәйете
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: