+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2022, 15:25

Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр ҙур маҡтауға лайыҡ. Иңдәренә ҙур яуаплылыҡ, бурыс алыуҙарын күреп, дәүләт тә уларҙы даими хәстәрләй, төрлөсә дәртләндереп тора. 26 апрелдә район мәҙәниәт һарайында атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған, опекун һәм патронат ғаиләләр конкурсының муниципаль һайлап алыу этабы ла ошоға дәлил.

Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала
Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм респуб-лика Ғаилә үҙәге тарафынан опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында конкурс 2007 йылдан алып үткәрелә. Ул муниципаль һәм республика этабынан тора. Өс йылға бер тапҡыр уҙғарылған был бәйгенең быйылғыһында Таш-Аҫты ауылынан Зәйнешевтар, Сәйетбабанан Яхиндар, Еректән Хәмзиндар ғаиләһе ҡатнашырға йөрьәт иткән. Улар был конкурста үҙҙәренең отҡорлоғон, маһирлығын, берҙәмлеген күрһәтте.
Иң тәүҙә мәртәбәле жюри ағзалары ғаиләләрҙең ҡул эштәренән әҙерләнгән күргәҙмәне ҡараны. Һәр ғаиләнең үҙ оҫталығы, шөғөлө күренде бында. Аш-һыуҙың ниндәй генә төрө, ҡул эштәренең барыһы ла тигәндәй урын алған. Фотолар аша ла үҙҙәренең буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәрен сағылдырырға тырышҡандар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп алынған табышты ғаиләлә нисек ҡулланыуҙарын да күрергә мөмкин ине. Тап уртаҡ эш, шөғөл ғаиләгә табыш ҡына килтермәй, уларҙы берләштерә, алама ғәҙәттәрҙән һаҡлай ҙа бит.
Һуңынан өс ғаилә сәхнәлә үҙҙәре менән таныштырҙы, спорттағы маһирлыҡтарын, ижади һәләттәрен күрһәтте.
Республикабыҙҙа «Патронат тәрбиә тураһында»ғы закон ҡабул ителгәндән алып, бик күп ғаилә тәрбиәгә бала алып, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балаларға күңел йылыһы бирҙе. Бындай ғаиләләр араһында бер нисә баланы тәрбиәгә алыусылар ҙа бар. Таш-Аҫты ауылынан Гөлнар Ғәлимйән ҡыҙы менән Әнүр Зәйнулла улы Зәйнешевтар өс улдары үҫеп етеүгә, өс бер туған ҡыҙҙарҙы 2011 йылда үҙ ғаиләләре ҡосағына алған. Башта берәй ҡыҙ баланы ғына алып ҡарарға булалар, документтар юллап бөткәс, уларҙың өс бер туған икәнлектәрен белеп, бер-береһенән айырмаҫҡа булалар, шулай итеп, өс уллы ғына түгел, өс ҡыҙлы ла булған улар. Екатерина, Евгения, Яна әлеге көндә Имәндәш мәктәбендә уҡып йөрөйҙәр, урыҫ ҡыҙҙары хәҙер башҡортса ғына һөйләшә. Гөлнар һәм Әнүр Зәйнешевтар хәҙер олатай-өләсәй ҙә инде. Имәндәш ауылында йәшәүсе оло улдары Айнур килендәре Илмира менән дүрт бала тәрбиәләһә, Әмир улдары килендәре Алина менән бер балаға атай-әсәй, Тимур әле уҡып йөрөй. Был ғаилә башҡаларға бар яҡлап та өлгө булып тора.
Һәр бала ғаилә бәхетенә, ата-әсә наҙына лайыҡлы. Ата-әсәле, туғандары булған ғаиләлә генә балалар хәстәрлек, иғтибар тойоп үҫә. Тормошта тотонор урының, таяныр кешең булыу мөһим. Ерек ауылынан Светлана Әхәт ҡыҙы менән Рәмил Зөфәр улы Хәмзиндар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Светлана Әхәт ҡыҙының һеңлеһе вафат булғас, уның ике ҡыҙын үҙҙәренә алғандар. 2019 йылдан Хәмзиндар ғаиләһендә биш бала булып, хәҙер уларҙың оло ҡыҙҙары Әлфинәгә 20 йәш, медицина колледжының 2-се курсында уҡып йөрөй. Азаматҡа 17 йәш, ул техник-монтажсы һөнәрен үҙләштерә. Азалия Бурлы мәктәбенең 5-се класында белем ала. 2007 йылда тыуған Арина, 2019 йылғы Риана был ғаиләнең биҙәге. Үрнәк алырға апай-ағалары, йылытыусы, ҡурсалаусы яҡын кешеләре яндарында бар.
Сит баланы тәрбиәгә алырға һәр кем дә баҙнат итә алмайҙыр. Кеше балаһын ҡарау өсөн, беренсенән, бала йәнле булыу, икенсенән, үтә лә сабыр, өсөнсөнән, киң күңелле булыу кәрәктер. Сәйетбаба ауылынан Эльвира Рөфҡәт ҡыҙы менән Айрат Тимербулат улы Яхиндар үҙҙәренең өс балалы ғаиләһенә, Аяз туғандары мәрхүм булғас, уның ике ҡыҙын – 2005 йылда тыуған Илгизә һәм 2010 йылғы Әлиәне ғаилә ҡосағына һыйындырғандар. Үҙ туғандары янында бар яҡтан асылып, һәләтле булып үҫеп килә улар. Был конкурста ла Илгизәнең өҙә баҫып бейеүе, Әлиәнең “Арҡаланып йәшәр өсөн ҡанын биргән атай кәрәк, Иркәләнеп йәшәргә йәнен бирер әсәй кәрәк”, - тип моңло йырлауын ҡарап, тыңлап ултырыусылар һағышланып та алды. Эйе, нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, һәр кемгә әсәй-атай кәрәк шул.
Сараны Рәзилә Хәбибуллина һәм Фәнзил Ғәлин матур итеп алып барҙы. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Наил Вәлиевтың гармунда, Данир Мәсәлимовтың думбырала уйнауы, Владислав Ларионовтың, Фәнзил Ғәлиндың йырлауы сараға матур биҙәк өҫтәне. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Әхтәмова, опека һәм попечителлек бүлеге мөдире Альбина Баймырҙина, Ғафури районы ҡатын-ҡыҙҙар советы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәүзиә Зәйнуллина, тәрбиәгә балалар алыуҙа ҙур тәжрибәгә эйә булған Альмира Смирнова, мәҙәниәт һарайы методисы Лена Рябованан торған жюри төркөмө ғаиләләрҙең сығыштарын ҡарап, баһаланы. Һөҙөмтәлә, 1-се урын Яхиндарға, 2-се - Зәйнешевтарға, 3-сө Хәмзиндарға бирелде. Һәр ғаиләгә дип-ломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләттең киләсәге. Ата-әсә – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә яҙһын. Ә инде был этапта еңеүсе булған Яхиндар ғаиләһенә республика конкурсында ла ҡатнашыу мөмкинлеге тора. Уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала
Атай-әсәй наҙы тойоп үҫһен һәр бала
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: