+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2022, 14:50

Герой иҫтәлегенә баҡса

7 майҙа районда “Хәтер баҡсаһы” акцияһы үтте. Уның сиктәрендә Красноусол ауылында Советтар Союзы Геройы Анатолий Сергеевич Горин хөрмәтенә «Хәтер баҡсаһы» барлыҡҡа килде.

Герой иҫтәлегенә баҡса
Герой иҫтәлегенә баҡса

Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Геройҙың туғандары, «Десант» ойошмаһы тәрбиәләнеүселәре, йәш армеецтар, урам халҡы ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусылар 20 ҡыҙыл миләш үҫентеһе ултыртты, ҡоймалар ҡуйҙы.
Был көндө Бурлы ауыл советы биләмәһендә лә яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә 3,5 гектар урман фонды еренә 14 мең йәш ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.
«Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы тәүге тапҡыр 2020 йылда уҙғарылды. Уның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион кеше иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Тәүге ике йылда акцияға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 2 миллиондан ашыу кеше ҡушылды.

Герой иҫтәлегенә баҡса
Герой иҫтәлегенә баҡса
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: