+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2022, 16:30

Хәрби йыйында булдылар

Районыбыҙҙың 12 урта мәктәбенең 10-сы класты тамамлаусы һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы егеттәре 16-18 майҙа “Имәнкәй” ял лагерында хәрби йыйында булды.

Хәрби йыйында булдылар
Хәрби йыйында булдылар

Район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, белем биреү учреждениеларының ОБЖ уҡытыусылары етәкселегендә егеттәр взводтарға бүленеп, тәүге көндө Алкино ҡасабаһында мылтыҡтан атыу күнекмәләрен үтте. Өс көн дауамында төрлө нормативтар тапшырҙы, күнекмәләр яһаны, сафта йөрөргә, ҡорал һәм противогаз менән эш итергә, тактик әҙерлек үтергә өйрәнде. Спорт-мәҙәни смотр-конкурстарында ҡатнашты. Район мәҙәниәт һарайындағы “Көгөш” кинотеатрына һуғыш темаһына фильм ҡарарға барҙы.

Хәрби йыйында булдылар
Хәрби йыйында булдылар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: