-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2022, 12:00

Хәтер мәңгелек

10 майҙа Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан Толпар ауылында тантаналы шарттарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск асылды.

Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек

Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, Толпар ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко һәм башҡалар ҡатнашты. Был “Беҙ хәтерҙе һаҡлайбыҙ” проекты Толпар ауыл биләмәһенең “Толпар” Үҫешкә ярҙам фонды тарафынан әҙерләнеп, 2021 йылғы Президент гранттары Фонды конкурсында еңеүгә өлгәшкән. Тәүге гранттар конкурсы күләме ҙур түгел – 278 мең һумлыҡ грант аҡсаһына ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 59 яугирҙың һәм яуҙа Еңеү өсөн баштарын һалған (улар – 19), шулай уҡ еңеү менән әйләнеп ҡайтып мәрхүм булған ауылдаштарының исемдәре яҙылған таҡтаташ - яңы обелиск төҙөлгән, кәртәләнеп, эскәмйәләр урынлаштырылған. Ветерандар иҫтәлеге итеп “Еңеү аллеяһы” булдырылып, һуғыш ғәрәсәте эсендә булғандар хөрмәтенә 59 төп ағас ултыртылған.
Обелиск төҙөүҙә Раил Шәйәхмәтов, Фәйез Ҡотлоәхмәтов, Авзал Ишембәтовтың ярҙамы тос булған, толпарҙар төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткән шәхси эшҡыуарҙар Редик Әбйәлилов, Ринат Сөләймәнов, Хәннән Ишмырҙинға рәхмәтле.
“Толпар” Фондына яңы проекттар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын!

Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: