+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2022, 18:55

Хыялдар тормошҡа аша

13 майҙа районыбыҙҙың “Таң” Мораҡ ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының Президент гранты конкурсында еңеп сыҡҡан ярты миллионға яҡын аҡсаға төҙөкләндерелгән ғаилә спорт-ял үҙәге тантаналы асылды. Был проект “Тормош буйлап күтәренке кәйефтә” тип атала ине. Социаль үҙәктәге матур итеп йыһазландырылған ҙур залдың бер ситендә төрлө тренажерҙар урын алған, хореография буйынса айырым зона булдырылған, балалар өсөн күркәм уйын майҙаны эшләнеп ҡуйылған.

Хыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Фонд директоры, шулай уҡ ошо проекттың етәксеһе Екатерина Тимофеева был шатлыҡлы сараны асып, йыйылыусыларға проект тураһында, уның ярҙамында нимәләр алыныуы, эшләнеүе хаҡында ентекләп һөйләп үтте. Ал таҫманы киҫеү хоҡуғы хөрмәтле ҡунаҡ, коммерциялы булмаған ойошмалар менән эшләүсе, район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатоваға һәм Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Сергей Ивановҡа тапшырылды.
Бына һәр кем түҙемһеҙлек менән көткән үҙәккә үтә. Бында быға тиклем ҡалаларҙа ғына күргән уңайлыҡтарға ҡарап, башта үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмай аптырап ҡалыусылар ҙа булды. “Ҡайһылай һәйбәт”, “Ниндәй матурлыҡ”, “Бында күңелле, рәхәт”, тине улар һоҡланып.
Дөйөм 499 255 һумлыҡ грант аҡсаһына үҙ көстәре менән ремонт яһап, йыһазландырылған ҙур бүлмәгә спорт тренажерҙары, балалар майҙансығында уйын комплексы һәм әсәйҙәргә ял итеү өсөн диван, бейеү менән шөғөлләнеү өсөн стенаға ҙур көҙгө ҡуйылған. Презентация ваҡытында ауыл кешеләре алынған ҡорамалдарҙы ҡулланып та күрһәтте. Балалар хореография коллективы бейеү башҡарҙы, мәктәпкәсә йәштәге балалар уйын комплексында рәхәтләнеп уйнаны, йәштәр спорт тренажерҙарының мөмкинлектәрен барланы. Үҙ көстәре менән эргәләге иркен лоджияны ла матурлағандар. Бында балалар иркенләп өҫтәл уйындарында уйнай, һүрәт төшөрә ала. Ауылда эшләп килгән фитнес клубы етәксеһе Надежда Иванова ла секцияға йөрөгән төркөм ҡатын-ҡыҙҙары исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Шулай уҡ фонд директоры Екатерина Николаевна был майҙансыҡҡа ремонт эштәрендә, электр үткәргестәрҙе һуҙғанда һәм башҡа эштәрҙә ярҙам иткән бер төркөм кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.
Презентация ваҡытында ауыл биләмәһе башлығы Сергей Иванов, Ирина Небогатова сығыш яһап, был матур спорт үҙәге һәр саҡ балалар тауышынан балҡыуын, буш тормауын теләнеләр.
Бына мораҡтарҙың күптән көтөлгән хыялы тормошҡа ашты. Уларҙың алда ла башҡа проекттарҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшеүен теләп ҡалабыҙ. Бының өсөн уларҙың яңы проекттарға пландары күп. Был ғаилә спорт-ял үҙәге ауыл кешеләрен сәләмәт йәшәтеп кенә ҡалмаҫ, бындай мөмкинлектәр йәштәрҙе лә ауылға әйҙәренә өмөт ҙур.

Хыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: