+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2022, 19:45

Йәш шахматсылар көс һынашты

Районыбыҙҙа шахматҡа иғтибар һүнмәүе, был мауыҡтырғыс аҡыл уйынында шөғөлләнергә теләүсе балаларҙың йылдан-йыл артыуы, күп булыуы һөйөнөслө. Улар үҙебеҙҙә үткән турнирҙарҙа ла, республика кимәлендә лә үҙҙәренең уңыштары менән әленән-әле ҡыуандырып торалар.

Йәш шахматсылар көс һынашты
Йәш шахматсылар көс һынашты

Күптән түгел Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт залында 9 йәшкә тиклемге (2014-2017 йылғы) ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында шахмат бу-йынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенә ярыш үтте. Турнир 4 майҙа асылып, Еңеү көнөндә тамамланды. Унда республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан һәм райондарынан килгән 56 йәш шахматсы ҡатнашып үҙ көсөн һынаны. Уйын ике турнирҙа: ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында барҙы.
Баш судья Павел Анатольевич Михайлов, районыбыҙҙа балаларға шахмат серҙәренә өйрәтеүсе Наталья Геннадьевна Проценко был ярышты күҙәтеп, уйын барышындағы яуаплылыҡты алып барҙылар. Уйын көсөргәнешле барҙы, балалар яңылыш аҙымдар ҙа ебәрҙе, хаталандылар ҙа, әммә бирешергә теләмәнеләр. Атай-әсәйҙәр ҙә залдан ситтә балалары өсөн борсолоп көтөп йөрөнөләр.
Красноусолдан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе (етәкселәре Н.Г.Проценко) 16 бала ҡатнашты. Әлегә уларҙың ҙур ярыштарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе булмаһа ла, насар уйнаманылар. Бирелгән урындар буйынса турнир таблицаһын ҡарағанда Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Ағиҙел, Өфө ҡалалары, Благовещен, Шишмә райондары шахматсыларын хатта уҙғандар ҙа булды. Ҡыҙҙар араһында Алтынай Вәлишина (5.5 мәрәй) 6-сы, Виктория Медведева (5.5 мәрәй) – 7-се, Айһылыу Кәлимуллина (5 мәрәй) 9-сы урынды яулап, һәйбәт һөҙөмтәләргә иреште. Малайҙарҙан: Шамил Мусин (4.5 мәрәй)-25-се, Ғилемдар Хәмзин (4.5 мәрәй)-27-се, Тимур Ибәтуллин (4 мәрәй) 28-се урында.
Ярышты тантаналы ябыуҙа район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова ҡатнашты һәм сығыш яһанылар, һуңынан ойоштороусылар еңеүселәргә БР Спорт министрлығының “Башҡортостан Республикаһы шахмат федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Дипломдарын, һәр ҡатнашҡан йәш шахматсыларға сертификаттар, значоктар, бүләктәр тапшырылды.
Шахматсыларҙың уңыш нигеҙе – уларҙың уйынды яратыуы. Иртәме-һуңмы, шахматсыларҙың таланты ла асыла бара. Бындай спорт саралары балаларҙа илһөйәрлекте үҫтереүгә, шулай уҡ тормош юлында осраған төрлө ауырлыҡтарға бирешмәҫкә һәм еңеүгә ынтылыш уята. Өҫтәүенә үҫмерҙәр өсөн бындай турнирҙар үҙ мөмкинлектәреңде барларға, тиҫтерҙәреңдең һәләтен тойомларға һәм тәжрибә тупларға ярҙам итә. Бынан тыш, ошондай саралар – башҡа ярыштарҙа ҡатнашыуға шәп юллама ла.

Йәш шахматсылар көс һынашты
Йәш шахматсылар көс һынашты
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: