+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2022, 21:00

Насировтарҙа - бронза миҙал

8-9 майҙа Өфө ҡалаһында сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатынан, РФ Геройы, генерал-майор М.Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған дзюдо буйынса асыҡ республика турнирында Красноусолдың “Олимп” клубы тәрбиәләнеүселәре лә һынатманы. Бында 18 йәшкә тиклемге дзюдо буйынса шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар йыйылып, еңеү өсөн алышҡандар.

Насировтарҙа -  бронза миҙал
Насировтарҙа - бронза миҙал

“Олимп” спорт клубы тренеры Анастасия Маркисовала шөғөлләнеүсе Лиана һәм Рәмис Насировтар ҙа был турнирҙан һәйбәт һөҙөмтәләр менән ҡайтҡан. Насировтар ике көн барған турнирҙа бронза миҙалға лайыҡ булған. Бындай награда Еңеү көнөндә тапшырылыуы икеләтә ҡыуаныслы.
Спорттың был төрөн үҙ иткән игеҙәктәр – Лиана менән Рәмис “Олимп” клубында хәҙер өс йылға яҡын, аҙнаһына өс тапҡыр бер күнекмәне лә ҡалдырмай, теләп шөғөлләнә. Красноусолдың 1-се мәктәбендә 8-се класта уҡыусы Рәмис быға тиклем көрәш, ә Лиана бейеү түңәрәгенә йөрөгән булған, әммә икеһе лә бер ваҡытҡа тура килгәнлектән, дзюдоны һайлағандар. Уларҙың көс, ҡатҡыллыҡ талап иткән спорт төрөнә ылығыуҙарында аталары Рәмил Миңлебай улы яҡлап Юлыҡ ауылынан данлыҡлы көрәшселәр – Собханғоловтар нәҫеле булыуы ла тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр. Улар тренерҙары Анастасия Маркисоваға ла рәхмәтле. Ул бында шөғөлләнеүселәрҙе төрлө күнекмәләр аша өйрәтә һәм уларҙың был беренсе генә еңеүе түгел. Республика кимәлендә һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән Лиана менән Рәмискә алда ла уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Насировтарҙа -  бронза миҙал
Насировтарҙа - бронза миҙал
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: