+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2022, 11:50

Яратҡан эш - йәнгә дауа, ти туризмда үҙ эшен асҡан Әхмәтовтар

Үҙенсәлекле тәбиғәте менән айырылып торған районыбыҙҙа эске туризмды үҫтереүгә мөмкинлектәр бик ҙур. Был тармаҡ социаль-иҡтисади үҫешкә тос өлөш индерә. Хозур тәбиғәте һәм саф һыулы Еҙем йылғаһы менән һәр кемде үҙенә йәлеп иткән Толпар, Таш-Аҫты ауылдарына ғына ла Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килеүсе туристар һаны артҡандан-арта бара.

Яратҡан эш - йәнгә дауа, ти туризмда үҙ эшен асҡан Әхмәтовтар
Яратҡан эш - йәнгә дауа, ти туризмда үҙ эшен асҡан Әхмәтовтар

Районда экологик-туристик эшмәкәрлектең нигеҙе булып торған Башҡортостандың иң матур йылғаларының береһе - Еҙем йылғаһы буйлап туристик кәмәләрҙә, катамарандарҙа ағып төшөүселәр бихисап. Йәнтөйәгебеҙҙең ожмахтай хозур, бай тәбиғәтен ситтәргә күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта “ҡырағай туристар”ҙан һаҡлап ҡалыу йәһәтенән туристик ойошмалар эшләп килә. Шуларҙың береһе – Красноусолдан Лилиә һәм Айрат Әхмәтовтарҙың “Zilim Travel” тип аталған Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт - кәмәләрҙә ағып төшөүҙәр (сплавтар) ойоштороусы туристик ойошмаһы. 2015 йылда тәбиғәт ҡосағында әүҙем ял яратыусылар өсөн барлыҡҡа килгән был ойошма хәҙер уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Теләге булған һәр кем уларға кәрәҙле телефон аша мөрәжәғәт итеп, Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәттә ҡатнаша ала. Ойошма тураһында барлыҡ мәғлүмәтте Интернет селтәре аша алырға мөмкин.
Үҙенең бәләкәй бизнесын, өҫтәүенә, бер ҡайҙан ярҙам алмай, үҙ көсө менән башлап китеүе бик еңелдән булмай, әлбиттә. Әммә тәбиғәтте яратҡан, ғөмүмән, бала сағынан атай-әсәһе менән бергә тәбиғәт ҡосағында булып, бында үҫкән “тәбиғәт балаһы” Айрат Фаил улы бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Турис-тик маршруттарға төркөмдәр йыйыу ауырлыҡ менән барған, тора-бара бер тапҡыр ялға килеүселәр ҙур теләк менән йыл да килергә тырышыуы һәм таныш-белештәренә мәғлүмәт таратыуы аша, йәғни сарафан радиоһының шәп эшләүе үҙ һөҙөмтәһен бирә. Туристар араһында республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, Мәскәү, Пермь, Һамар, Һарытау һәм башҡа ҡалаларҙан, хатта Ҡаҙағстан, Италиянан әүҙем ялға килеүселәр бар.
Туристарға ҡышҡы, яҙғы, йәйге Еҙем-турҙар уҙғарыла. Турҙар ике, өс көнлөктәр, тематик, корпоратив, ял, теләк буйынса ҡәҙимге ағып төшөүҙәр бар. Турҙарҙың хаҡтары тешләшмәй. Еҙем йылғаһы буйлап кәмә-катамарандарҙа ағып төшөү туристик маршруттары Ҡуйлытамаҡ турбазаһынан Толпар ауылына, Толпарҙан Имәндәшкә тиклем. Улар эсенә шулай уҡ Еңеү мәмерйәһенә, Күҙгәнәк һәм Мәмбәт ҡаяларына экскурсиялар ингән. Туристар йәй көнө палаткаларҙа, ҡышын иһә Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан турбазаларҙағы ҡуртымға алынған йорттарҙа йәшәйҙәр. Көндөҙ йылға буйлап ағып, кистән ҡунырға туҡтаған туристар өсөн туристик мунса, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторола, йондоҙло күк аҫтында усаҡ янында гитараға (Айрат үҙе уйнай) ҡушылып, йырҙар йырлауҙан һәр кем кинәнес таба. Ағып төшөүҙәрҙең һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыуы менән айырыла. Әхмәтовтар былтыр музыкаль сплав ойошторған. Туристар алдан иҫкәртеү буйынса төрлө музыка ҡоралдары алып килгән һәм музыкаль фестиваль уҙғарғандар. Быйыл да музыкаль һәм йога-сплав (белгес менән килешелгән) ойошторорға планлаштыралар. Үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып ҡына эшләмәй улар. Яҙ көнө иһә экологик сплавтар ойоштороп, Еҙем йылғаһы ярҙарын, туҡталҡаларҙы “ҡырағай туристар” ҡалдырған сүп-сарҙан таҙарталар. Туристарҙы өс тапҡыр ҡайнар аш (иртәнге, төшкө, киске аш һәм ҡапҡылап алыу) менән туҡландырыу ҡаралған. Аштарҙы тәбиғәт шарттарында усаҡ аҫтында ойоштороусылар үҙҙәре, экологик йәһәттән саф ризыҡтарҙан (ит консерваларын үҙҙәре әҙерләй) әҙерләй. Ағып төшөүҙә инструкторҙар бар. Әхмәтовтар балалары – 9 йәшлек ҡыҙҙары Эвелина менән 7 йәшлек улдары Тамерланды ла үҙҙәре менән бергә алалар. Улар ҙа тәбиғәт балалары, үҙҙәренең ҙур ярҙамсылары.
Бәләкәй бизнес менән үҙмәшғүл булған эшҡыуар Айрат Әхмәтов былтыр үҙ эшмәкәрлеген үҫтереү йәһәтенән Мәшғүллек үҙәге аша 250 мең һум субсидия алыуға өлгәшә. Был бик ҙур ярҙам була, катамаран, палаткалар, йоҡлау ҡапсығы, туристик түшәктәр һатып алғандар. Туристарҙы ташыу өсөн “ГАЗ-66” автомашинаһы бар.
-Беҙ үҙ эшебеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ, ул бик оҡшай, ҡәнәғәтлек һәм ҙур теләк менән шөғөлләнәбеҙ. Тәбиғәттә булыу, йылғала ағыу һәм башҡалары балаларыбыҙға ла бик оҡшай. Тағы ла үҫешергә, күберәк туристарҙы йәлеп итеп, тыуған төйәгебеҙҙең матурлығын күрһәтергә теләп эш итәбеҙ. Районда эске туризмды үҫтерергә, бәләкәй бизнесҡа үҫешергә тағы ла күберәк мөмкинлектәр бирелһен ине, - ти Лилиә Әхәт ҡыҙы.

Яратҡан эш - йәнгә дауа, ти туризмда үҙ эшен асҡан Әхмәтовтар
Яратҡан эш - йәнгә дауа, ти туризмда үҙ эшен асҡан Әхмәтовтар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: