

Красноусолдағы Фрунзе урамында шәхси эшҡыуар Гөлшат менән Айрат Ҡаҙаҡҡоловтарҙың өр-яңынан төҙөлгән “Әкиәт” (“Сказка”) магазины ике йыл элек үҙ ишектәрен асҡайны. Бында берҙәм, татыу коллектив тупланған. Һәр ҡайһыһы итәғәтлеләр, һатып алыусыларҙы йылмайып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ихлас хеҙмәтләндерәләр, кәрәкле һәм сифатлы аҙыҡ-түлекте, шулай уҡ үҙҙәрендә әле генә бешерелгән ҡамыр ризыҡтарын, икмәкте тап бында һатып алырға мөмкин. Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан уның тәжрибәле һатыусы-кассирҙары - бар ғүмерҙәрен сауҙа өлкәһенә бағышлаған Лира Йәрмиева, Светлана Зәйнуллина, Гүзәл Мәсәлимова тураһында һүҙебеҙ.
Һатыусыларҙың иң өлкәне һәм тәжрибәлеһе, сауҙа өлкәһендәге иң ҙур – 40 йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә Лира Йәрмиева Сәйетбаба ауылы ҡыҙы. Ул Мәләүез сауҙа мәктәбен тамамлаған. Тәүге хеҙмәт юлын тыуған ауылында аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы булып башлап, артабан Красноусолда дөйөм туҡланыу ойошмаһының “Сәйхана” (“Чайная”) ашханаһында кассир-контролёр, “Красноусол” ҡулланыусылар йәмғиәтенең “Дежур”, шәхси эшҡыуар Латиповтарҙың “Темп” сауҙа нөктәләрендә, “Ветеран” магазинында эшләй. Барыһы ла ябылыуға дусар булғас, Лира Сәүгән ҡыҙы 9 йыл элек “Әкиәт”кә килеп, бында лайыҡлы эшләй.
Красноусолда тыуып үҫкән Светлана Зәйнуллина 3-сө урта мәктәпте тамамлай, Бөрө сауҙа һөнәрселек училищеһында уҡып, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары һатыусыһы һөнәренә эйә була. 1990 йылда йүнәлтмә буйынса район үҙәгенә эшкә ҡайтып, “Красноусол” ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк магазинында һатыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Һөт һәм балыҡ сауҙа нөктәләрендә, “Ветеран” магазинында һуғыш ветерандарын карточка системаһы буйынса хеҙмәтләндерә, “Дежур”, “Темп”та, хәҙер “Әкиәт”тә хеҙмәт уңыштары менән һөйөндөрә. Сауҙа өлкәһенә 32 йыл ғүмерен бағышлай. “Эшемде ысын күңелемдән яратам, ҙур теләк менән эшләйем, һатыусы һөнәрен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Сауҙа нөктәһенең хужалары Ҡаҙаҡҡоловтар һәйбәттәр, улар - беҙҙән, беҙ уларҙан уңдыҡ”, – ти Светлана Тәлғәт ҡыҙы ҙур ҡәнәғәтлек менән. Әйткәндәй, Л.Йәрмиева менән С.Зәйнуллина нисәмә йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә, бер үк сауҙа нөктәләрендә хеҙмәт юлын үтәләр.
Гүзәл Рәис ҡыҙы Мәсәлимова иһә был магазинда асылғаны бирле һатыусы-кассир булып эшләй. 24 йыл хеҙмәт стажының 15-е “Әкиәт” сауҙа нөктәһе менән бәйле. Красноусол ҡыҙы 1-се мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ бухгалтерҙар мәктәбендә уҡып, ҡулына диплом ала. Красноусол быяла, икмәк заводтарында хеҙмәт сынығыуы үтә.
Уларҙы һөнәри байрамдары - Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәте өсөн арымай-талмай, һатып алыусыларҙы ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәре лә хеҙмәттәренән ҙур ҡәнәғәтлек кисереп эшләүҙәрен теләйбеҙ.