+12 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июля 2022, 12:45

Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, та-нылған яҙыусы-сатирик, журналист, "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡовтың Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Шәп күстәнәс” исемле китабы донъя күрҙе.

Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”
Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”

Китапҡа һуңғы йылдарҙа ижад ителгән сатирик һәм юмористик хикәйәләре ингән. Бығаса донъя күргән “Өй эйәһе” тигән китабына ғалим, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов: «Ыҡсым күләмле йүгерек хикәйәләр бер тында уҡыла. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ғәләмәт холоҡло кешеләр ысынбарлыҡтың үҙе һымаҡ ағыла китапта. Йыйынтыҡты тотошлай уҡып сыҡҡас, үҙеңә эстән генә былай тип әйтеп ҡуяһың: таныш тормош, таныш кешеләр”, – тип баһа биргәйне. Яҙыусының сираттағы китабы ла әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер, моғайын.

Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”
Венер Исхаҡовтан – “Шәп күстәнәс”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас