+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2022, 17:50

Әкиәт менән - ҡунаҡҡа

Был көндө “Теремок” әкиәте декорациялары китап иллюстрацияларын хәтерләтте, ә сәхнәлә ҡыҙыҡлы һәм тәрән тәрбиәүи мәғәнәле тамаша барҙы. Оҫта музыкаль биҙәлеш билдәле рус халыҡ әкиәтен сағыу, тулҡынландырғыс итте.

Әкиәт менән - ҡунаҡҡа
Әкиәт менән - ҡунаҡҡа

“Тирәккәй”ҙең йәш актерҙары был әкиәтте тәрбиәселәр ярҙамы менән ярайһы уҡ оҙаҡ ҡына әҙерләгән. Һәр кем үҙ роленең һүҙҙәрен ятлаған, хәрәкәттәрҙе ҡабатлаған, йыр-бейеүҙәрҙе өйрәнгән. Әлбиттә, спектакль башланыр алдынан барыһы ла тулҡынлана, сөнки был уларҙың ситтә беренсе сығышы. Шуға ҡарамаҫтан, балалар геройҙарҙың образын тулыһынса асып бирергә бик тырыштылар.
Яңы әкиәт декорациялары, дәртле көй һәм ҡыҙыҡлы сюжет кескәй тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Балалар әкиәтте тын да алмай ҡараны. Йәш артистар ролдәрен бик оҫта башҡарҙы, уларҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Спектакль тамамланһа ла, байрам бының менән генә бөтмәне. Актерҙар һәм приют тәрбиәләнеүселәре рәхәтләнеп бейенеләр, һуңынан иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
- Театр балаларҙа художестволы зауыҡ тәрбиәләй. Театр – баланың образдар, буяуҙар һәм тауыштар донъяһын асыу-сы тылсымлы асҡыс ул. Шул уҡ ваҡытта театр балаларға тирә-яҡ донъяны танып белергә, ижади һәләттәрен үҫтерергә, хис-тойғоларын асырға ярҙам итеүсе иң аңлайышлы сәнғәт төрө, - тип билдәләне “Тирәккәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлнара Мостафина. – Беҙҙең балалар тамашасы алдына беренсе тапҡыр ғына сыҡмай. РФ Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды грантында еңеүсе проект сиктәрендә был уларҙың дүртенсе сығышы. Яҡын арала тағы ла ике спектакль күрһәтәсәкбеҙ.
Әлеге көндә “Күңелле кешеләр” театр студияһында 30 бала һәм 5 ата-әсә ҙур теләк менән шөғөлләнә, ә репертуарҙа бер нисә әҙер сценарий бар – рус халыҡ әкиәте “Теремок”, Балаларҙы яҡлау көнөнә тамаша һәм Шарль Перро әкиәттәре буйынса постановка.
Социаль приют хеҙмәткәрҙәре район үҙәге ҡунаҡтарын оҙатҡанда бындай осрашыуҙарҙың йышыраҡ булыуын теләп ҡалды.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.

Әкиәт менән - ҡунаҡҡа
Әкиәт менән - ҡунаҡҡа
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: