-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2022, 19:55

Ғафури мираҫын һаҡлап

Беҙҙә изге һан тип йөрөтөлгән 7 сентябрҙә Еҙем-Ҡаран мәктәбендә РФ Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды “Яҡташ-шағирыбыҙ Мәжит Ғафури мираҫы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға арналған Шағир мөйөшөн һәм заманса йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын тантаналы асыу булды.

Ғафури мираҫын һаҡлап
Ғафури мираҫын һаҡлап

Сарала хөрмәтле ҡунаҡтар район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, иҡтисадты үҫтереү бүлеге начальнигы Ольга Кулинич, мәғариф ветераны Ғәлинур Ҡалмырҙин, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Әлфиә Шаһиева, проекттың партнеры - “Мәжит Ғафури – ХХI быуат” Мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люциә Камаева, М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды директоры, шағирҙың бүләре Мирсәйет Ғафури, шағир-композитор Рәмил Сурағол, М.Ғафуриҙың бер туған ҡустыһы Әҡсән Әбделмәновтың ейәнсәре Рәмилә һәм ейәне Ансар Булатовтар, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров, Еҙем-Ҡаран ауылындағы М.Ғафури йорт-музейы директоры Рәсилә Нәжметдинова ҡатнашты.
Мәктәп алды майҙанында ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алғас, барыһы ла белем усағына инде. Килеп кереү менән күҙгә ташланған Шағир мөйөшө бар иғтибарҙы үҙенә тартып тора. Уның янында барыһы ла теҙелеп баҫҡас, тантана асыҡ тип иғлан ителде. Мәктәп директорының сәләмләү сығышынан һуң, РФ һәм БР Дәүләт флагтары ҡуйылды һәм барыһы ла иғтибар менән гимн тыңланы.
- Проекттың төп маҡсаты – Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, күренекле яҡташыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың ижадын популярлаштырыу. Был маҡсаттан сығып бурыстар ҙа ҡуйылған. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә М.Ғафуриҙың тормош юлын һәм ижади мираҫын сағылдырған Шағир мөйөшөн булдырыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазлау, яҙыусының ижадына арналған саралар, конкурстар ойоштороу һәм ҡатнашыу, мәктәптә китапхана фондын халыҡ шағиры әҫәрҙәре менән тулыландырыу, - тип таныштырып үтте сараны алып барыусы уҡытыусы Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина һәм “Яҡташ шағирыбыҙ Мәжит Ғафури мираҫы” проектын презентациялауҙа партнерҙары район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, БР-ның “Мәжит Ғафури – ХХI быуат” төбәк йәмәғәт ойошмаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Тәүге һүҙ район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдиновҡа бирелеп, ул халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың ижади мираҫына иғтибарлы булыуҙары һәм шундай проектты тормошҡа ашырыуҙары өсөн мәктәп коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, киләсәктә мәктәпкә М.Ғафуриҙың исемен биреү буйынса эшләргә кәрәклекте әйтте. Сараны дауам итеп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Анатольевна үҙ сығышында был проект күп дәғүәләр араһынан еңеүсе булыуын билдәләп, мәктәпкә яңы еңеүҙәр, проекттар теләне һәм ошо эште атҡарып сыҡҡан командаға – етәкселәре Раил Рәйес улы Йомағоловҡа, Айрат Миҙхәт улы Хәлиловҡа, Гүзәл Шиһабетдин ҡыҙы Хәлиловаға, Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршинаға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ғәлинур Зиннур улы Табын башҡорттары ҡоролтайы исеменән тәбрикләп, балаларға ошондай мөмкинлекте файҙаланып яҡшы уҡыуҙарын, мәктәп коллективына яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне. “Балалар Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡмаһындар, юғары белем алырға ынтылһындар”, - тип тә өҫтәне һәм балалар һанының кәмей барыуына борсолоуын белдерҙе. Ҡунаҡтар - Люциә Мозакир ҡыҙы менән Рәмил Сурағол мәктәп китапханаһына, яңы асыласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте класына китаптар бүләк итте, фекерҙәрен дә әйтеп үттеләр. Үҙ телмәрен М.Ғафуриҙың шиғыры менән башлап ебәргән Рауил Ғәбдрәшит улының сығышын барыһы ла алҡыштарға күмде.
был сарала әүҙем уҡыусыларға, уҡытыусыларға мәктәп дирекцияһы исеменән Дипломдар тапшырылды. Балаларҙың сығыштары ла был тантананы йәмләп кенә ҡалманы, Мәжит Ғафуриҙың ижады уларға яҡын, ҡәҙерле икәнлеген, уҡытыусылары ла ошо тәңгәлдә тәрән эшләүҙәрен күрһәтте.
Эйе, М.Ғафури бай әҙәби-педагогик мираҫ ҡалдырған. Ижади эшмәкәрлегендә поэзия менән педагогика айырылғыһыҙ: әҫәрҙәренең асылы, маҡсаты – белем биреүҙә дөрөҫлөктө эҙләү, Тыуған илде һөйгән яңы кеше тәрбиәләү. Шағир ғилемгә, хеҙмәткә дан йырлай, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү, мәктәп тормошон үҙгәртеп ҡороу, уҡытыу алымдарын яңыртыуға күп көс һала, йәш быуын мәнфәғәтен яҡлаусы булып сығыш яһай.
Бына, хөрмәтле ҡунаҡтар Фаил Зәйнетдинов менән Ирина Небогатова йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын тантаналы асып, ал таҫманы киҫә. Барыһы ла класҡа үтеп, проект буйынса алынған әйберҙәрҙе ҡарай. Интерактив таҡта, принтер, ноутбуктар барыһы ла заманса шарттарҙа эшләү өсөн кәрәк. Шулай уҡ М.Ғафури стенды ла рух көсө биреп тора. Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева әйткәнсә: “М.Ғафуриҙың әҫәрҙәре белем алыу, тәрбиә биреүҙә ҙур ярҙамсы. Бөгөн ҡолас ташлап эшләү өсөн мөмкинлектәр булған күркәм класс булдырылды, бында шатланып ҡына эшләргә һәм эшегеҙҙең һөҙөмтәһен күрергә яҙһын”. Сарала башҡа сығыш яһаусылар ҙа халыҡ шағирының мираҫын һаҡлау, үҫтереү, “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” халыҡ-ара әҙәби конкурсында әүҙем ҡатнашыу тураһында һүҙ алып барҙылар.
М.Ғафуриҙың бай педагогик мираҫы бөгөн дә ҡиммәтле сығанаҡ булараҡ өйрәнелергә хаҡлы. Еҙем-Ҡаран мәктәбендә бының өсөн хәҙер мөмкинлектәр бар. Уҡытыусыларға илһамланып эшләргә, уҡыусыларға күп яҡлы талант эйәһе, рухи ҡиммәтебеҙҙе һәм милли мәҙәниәтте үҫтереү өсөн күп көс һалған, уҡытыуҙың үҙәгендә туған тел торорға те-йешлеген алға ҡуйған әҙип менән ғорурланып, ижадына таянып белем алыу мөһим.

Ғафури мираҫын һаҡлап
Ғафури мираҫын һаҡлап
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: