+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2022, 17:45

Бал ҡорттарын ҡышҡа әҙерләйбеҙ

Сираттағы “бал йылы” тамамланды. Нектар һәм сәскә һеркәһе ташыу туҡталыу менән күстәрҙең ҡышҡа әҙерләнгәнен күрһәткән билдәләрҙе күҙәтергә була: һәйбәт күстәрҙә әреғорт үрсемдәре юҡ тиерлек, әреғорттар үҙҙәре лә бик әҙ була, булғандарын да бал ҡорттары иң ситке рамға ҡыуып, ас ҡалдыра, кейәне, оялағы ярыҡтарҙы ҡорт елеме (прополис) һылап, бөтәштерә башлайҙар.

Бал ҡорттарын ҡышҡа әҙерләйбеҙ
Бал ҡорттарын ҡышҡа әҙерләйбеҙ

Төп бал йыйыу тамамланыу менән бал ҡорттары ғаиләһе йәнә үрсемдәр тәрбиәләп сығарыуҙы әүҙемләштерә. Бал ҡорттарына бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килде: үҫемлектәрҙә бал бөттө, көндәр ғәҙәттән тыш эҫе торғанлыҡтан, ныҡ һыуһанылар. Шуға ҡарамаҫтан, дәртләндереүсе эштәр башҡарғанда, инә ҡорттарҙың күберәк йомортҡа һалыуына өлгәшергә мөмкин булды. Бал ҡорто ғаиләһе шул рәүешле яңыра, йәшәрә. Бал йыйып йонсоған ҡарт ҡорттар яйлап юҡ була. Август-сентябрҙә ҡышлауға инәсәк төп көс формалаша.
Ҡорттарҙың көҙгө үҫеше өсөн быйылғы йыл үҙенсәлекле һәм был умартасыларҙы борсоуға һала: бал ҡорттары кәрәк тиклем көс йыйып өлгөрөрмө, 1,8 – 2,5 килограмлы тере күс туплармы? Тәбиғәттә ныҡлы күсеш булғанлыҡтан бал ҡорттары кәрәк тиклем көс йыйырлыҡ булып үҫеп өлгөрмәҫкә, тағы ла насарырағы – һәләк булырға мөмкин.
Элекке йылдарҙа беҙ июлдең өсөнсө ун көнлөгөндә өҫкө корпустарҙы алып, бал ҡорттарын өҫтәмә туҡландыра башлай торған булһаҡ, күп умарталыҡтарҙа августа ла корпустар алынмағайны. Асылда, көҙгө үҫеш өсөн август әрәмгә үтте, тиһәң дә була. Ҡалған ғына ваҡытта күстәр көс йыйып өлгөрмәҫкә, һуңлап сыҡҡан үрсем октябрҙә таҙарыныу осошо яһап өлгөрә алмай ҡышҡа инергә мөмкин. Ундай ҡорттарҙан фәтеүә көтөүе икеле.
Күп умарталарҙа бөтә рамдар бал менән тулып, инә ҡортҡа эшләргә урын тар икәнен дә күрергә була. Был мәсьәләне тәүге бал һурҙырыу мәлендә үк хәл итергә кәрәк ине.
Беҙҙә үрсемде көҙгө үҫтереү сентябрҙең икенсе яртыһына тура килә. Был осорға инә ҡорт бала һалыуҙан туҡтай, йомортҡаларҙан һуңғы үрсем сығып бөтә. Быйыл иһә, өҫтәп ашатып торғанда, был процесты һуҙырға була әле. Ситтән килтерелгән тоҡомло инәләр, көн матур торһа һәм өҫтәп ашатылһалар, йомортҡаны һуңғараҡҡа тиклем һалырға мөмкин. Тик шуныһы – йәш ҡорттар ҡыш алдынан осош яһап өлгөрөрмө һуң?
Йәнә бер мөһим мәсьәлә – йылытыу. Көҙгө һыуыҡ төндәрҙә бал ҡорттары ҡыш яҡынайыуын һиҙеп, уға әҙерләнә башлай, ояла температураны кәметәләр һәм үрсем сығыу туҡталып ҡала. Ҡайсаҡ умарта тормошон үҙгәртергә бер һыуыҡ төн етә. Артабан көн йылытһа ла, күс тормошон йәнләндерә алмай.
Был мәлгә өҫкө корпустар һәм артыҡ рамдар алынып, бал ҡорттарына 1,5 кг шәкәргә 1 л һыу иҫәбенән шәкәр шәрбәте ашата башларға кәрәк.
Күп умартасылар алынған корпустарҙа булған әҙ генә балды һурҙырып алғас, рамдарҙы таҙартһындар тип, яңынан умартаға ҡуя. Былай эшләргә һис ярамай тип иҫәпләйем. Балы алынған рамдар сит ҡорттарҙы йәлеп итә, һурнаҡ баҫа башлауы бик ихтимал. Мин бындай рамдарҙы, айырыуса көпләнмәгәндәрен, һурҙырмаҫҡа, ә яҙ ҡорттарға бирер өсөн ҡалдырырға тәҡдим итәм.
Умартасылар бер ҡәтғи ҡағиҙәне иҫтә тоторға тейеш: бал ҡорттарын көҙҙән артыҡ ашатыу ҡышын һәм яҙын аҙыҡ етмәүҙән яфаланыуға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Көҙгө ҡарау ваҡытында рамдар һанын күстең көсөнә ҡарап ҡыҫҡарталар, бал ҡорттары биләмәгән һәм һитәле рамдарҙы алып ҡуялар. Ғәҙәттә ояның ике яғында икешәр һитәле-баллы рам ҡалдыралар, һәр хәлдә, берәүҙән кәм түгел.
Насар ҡорт ғаиләләрен ҡышҡа ҡалдырырға кәрәкмәй. Әреғорттарҙың күп булыуы инә менән проблема булыуын күрһәтә. Инәһеҙ йәки аталанмаған инәле күстәрҙән өмөт юҡ! Әгәр бындай ғаиләләрҙе аталанған инә ҡушып рәтләрлек булмаһа, һәйбәт инәле икенсе күскә ҡушаһың. Әреғорто күп күстәрҙе юҡ иткәнең яҡшы.
Срогын, ваҡытын, яһау нисбәтен белеп, дөрөҫ үтәгәндә, шәкәр шәрбәте ашатыу ҡорттарға зыян итмәй. Ләкин ҡасан ашатырға, бал ҡорттары имен ҡышлаһын өсөн иң күбе күпме аҙыҡ бирергә (бер ғаиләгә 4-6 кг) икәнен, аҙыҡтың кәмендә яртыһын тәбиғи бал тәшкил итергә тейешен иҫтән сығарырға ярамай! Шәрбәт ашатыуҙы һуҙырға ярамай, уны эшкәртеүҙә ҡарт ҡорттар ҡатнашып өлгөрһөн.
Ояларҙы ҡышҡа ҡороп-әҙерләгәндә уның ышаныслы елләүен күҙ уңында тоторға кәрәк. Елләтеү дөрөҫ булһын өсөн түбә, ян-яҡ “кеҫәләр” (эргә стена менән иң ситке рамды ҡаплап тороусы эргә диафрагмаһы араһында ҡалдырылған буш урын) мөһим роль уйнай.
Был буш арауыҡта һауаның иркен йөрөүенә ҡаршылыҡ булмаҫҡа тейеш. Был буш урын, күстең көсөнә ҡарап, ояны тамам йыйып-әҙерләп бөткән саҡта булдырыла.
Ғәҙәттә ҡышҡылыҡҡа бер умартала 8-10 рам ҡалдырыла. Ҡышҡа әҙерләгәндә рам араларын 13-15 мм-ға тиклем киңәйтергә тәҡдим итәм, йөрөргә ара иркенерәк булһа, бал ҡорттары һәйбәтерәк ҡышлай.
Ҡышҡы йомғаҡ дөрөҫ ойошһон өсөн сентябрь аҙағында (ғәҙәттә күскә шәкәр шәрбәте ашатыуҙы тамамлаған мәлгә тап килә) өҫтәге йылытҡыс түшәктәрҙе алып, таҙа сепрәк кенә ҡалдырырға кәрәк. Ҡышҡы йомғаҡ ойошмаҫ элек иң ситке рамдарҙағы көпләнгән балды аса биреп ҡуйыу бал ҡорттары ғаиләһе өсөн бик мөһим һәм файҙалы. Шулай иткәндә ҡорттар ситке рамдарҙағы балды уртаға ташып ала. Балы ташылғас, бал ҡорттарының ситке рамдарға йәбешеп ойошоу ихтималлығы ла бөтә. Ситке рамда ойошҡан ҡорттар, ҡапыл һыуытһа, ҡойолоп төшәсәк.
Шулай итеп, бал ҡорттарын дәртләндереү һәм аҙыҡ запасын тулыландырыу өсөн, эргә диафрагмаһы (сикләү рамы) тышына, балын ике яҡтан да асып ҡуйып, әҙ баллы рамдар ҡуйырға була. Бындай рамдарығыҙ тағын бар икән, һыуыҡ төшкәнсе һәм ҡышҡы йомғаҡ ойошоп бөткәнсе был ысулды тағы-тағы ҡабатларға мөмкин.
Бал йыйыу ваҡытының шаҡтай күсеүен иҫәпкә алып һәм күстәрҙе ҡышҡылыҡҡа көҙҙән әҙерләү маҡсатында бал ҡорттарын сентябрь аҙағынаса өҫтәмә ашатырға була. Ләкин был алым зарураттан ғына, мин уны августа күстәрҙе үрсетеп ҡала алмағанда башҡарырға була тим.
Ҡорт елеме һыланған сепрәктәрҙе яҙға тиклем алып ҡуйырға кәрәк, ҡышлауҙан сыҡҡан умарталарға ул ныҡ кәрәк буласаҡ.
Ойошҡан күс тәңгәленә, рамдар өҫтөнә баллы рамды ятҡырып һалыу ҡорттарҙы туҡландырыу йәһәтенән дә, һауа алмашынһын өсөн дә бик урынлы. Баллы рам юҡ икән, рамдар өҫтөнә бер нисә шаҡмаҡ таяҡ һалырға була. Шулай ҡорттар рам араһында иркен йөрөй аласаҡ, һауа алмашыуы ла, аҙыҡ йәһәтенән дә һәйбәт була. Был эште ҡорттар ныҡлап ойошҡас эшләйҙәр.
Ояның түбә өлөшөнә урынлаштырылған аҙыҡты ҡорттар һәр саҡ ала ала. Был ысулдың ни ҡәҙәр кәрәкле һәм дөрөҫ булғаны яҙын, ҡорттарҙы тышҡа сығарғас ҡараған ваҡытта күренә, умартасы артыҡ мәшәҡәттән, борсоуҙан да ҡотола.
Ҡорттар уңышлы ҡышлаһын өсөн варрао талпанына ҡаршы дауалау-профилактика сараларын үткәреү бик мөһим. Бал йыйыу тамамланып, өҫкө корпустарҙы алғас та умартасылар асыҡ үрсем булғанда ла ҡулланып була торған ветеринар дарыуҙар менән эшкәртергә тейеш ине. Сентябрь аҙағы – октябрь башында иһә, бөтә үрсем сығып бөткәс, үрсемһеҙ осор өсөн тәғәйенләнгән бүтән дарыуҙар менән эшкәртергә мөмкин.
Эшкәртеүҙе үтә һуңға ҡалдырырға кәрәкмәй. Эшкәрткәндән һуң бал ҡорттары осоп әйләнергә, ә оялар кибергә тейеш. Ыңғай һөҙөмтә алғансыға тиклем эшкәртеүҙе туҡтатмағыҙ!
Мин, бал ҡорто ғаиләләренә ваҡытында уҙғарылған һәм төплө белеп башҡарылған ярҙам уларға ҡышҡы осорҙо имен-аман үткәреү өсөн бик ҙур етди ярҙам буласаҡ, тип иҫәпләйем.
Уңышлы һәм емешле хеҙмәт теләйем барығыҙға ла!
Рәдиф ХАЛИҠОВ,
һәүәҫкәр умартасы.
Ҡотлоғужа ауылы.

Бал ҡорттарын ҡышҡа әҙерләйбеҙ
Бал ҡорттарын ҡышҡа әҙерләйбеҙ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: