-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2022, 19:50

“Боронғо дөйә”лә еңгәс...

Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күрергә күптән хыялланһаҡ та, нисектер юл төшмәй ине.

“Боронғо дөйә”лә еңгәс...
“Боронғо дөйә”лә еңгәс...

10 августа “Аҡбуҙат” журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ойошторған “Боронғо дөйә” республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
Уйҙар матдиләшә (мысли материализуются), тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде, беҙҙең дә хыял тормошҡа ашты. Улым, Камил Хәйретдинов, 7-10 йәшлектәр араһында еңеүселәр рәтендә булып, Шүлгәнташҡа барырға ҡыуаныслы сәбәп табылды. Ул быйыл Красноусол башҡорт гимназияһының
2 “А” класында уҡый.
Башҡортостанда һәр бер райондың тәбиғәте үҙенсәлекле, төрлө, ҡабатланмаҫ гүзәллеккә эйә. Шулай ҙа Бөрйәндең Шүлгәнташы - Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, сөнки был мәмерйә Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы өсөн генә түгел, бөтә донъяға ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡыһы. “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-комплексының асылыуы шатлыҡлы ваҡиға. Музей өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерәбеҙ!
Камил уҙған уҡыу йылы барышында “Еңеү шыршыһы” рәсемен төшөр”, “Еңеү открыткаһы”, “Минең Рәсәй” халыҡ-ара, “Минең ерем – минең байлығым” республика һәм башҡа һүрәт конкурстарында ҡатнашты, В.И.Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты менән берлектә “Ростсельмаш” компанияһы ойошторған “Кем агротехника менән дуҫ - уның уңышы булыр тос” конкурсының Дипломына лайыҡ булды. Рәсем конкурстың темаһына тура килергә, уның йөкмәткеһен асырға тейеш. Конкурсҡа ебәреләһе һүрәтте фотоға дөрөҫ, асыҡ итеп төшөрөп ебәреү ҙә бик мөһим.
“Аҡбуҙат” журналы ойошторған конкурсҡа Камилдың “Ике үркәсле дөйә” рәсемен ебәргән инек. Һүрәтен бер аҙна тирәһе эшләне, үҙенсә, мин тәҡдим иткән төҫтәрҙе оҡшатманы. Һәм дөрөҫ уйлаған булып сыҡты.
Рәссам - матурлыҡты күреп, кешелеккә еткереүсе күпер. Үҙ ҡулдары менән хозурлыҡ тыуҙырыусы нескә күңелле, хисле кеше. Шүлгәнташ мәмерйәһендә йәнлектәрҙе һынландырған боронғо кеше лә бит быуаттар аша беҙгә үҙ заманының үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен еткерә алған. Ниңәлер ошо боронғо рәссам минең күҙ алдыма үҙ замандаштарына ҡарағанда хислерәк, хыялыйыраҡ булып күҙ алдыма баҫа.
Әлбиттә, конкурста еңеүсе балалар киләсәктә барыһы ла күренекле рәссамдар булып китмәҫтәр. Шулай ҙа Дүртөйлө балалар һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Эльза Рәхмәтуллинаның һүҙҙәрен хуплайым - Балаларҙың һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә кәрәк! Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең яратҡан шөғөлөнә ваҡыт табып, һоҡландырғыс картиналар яҙған кешеләр тураһында ишеткәнем бар. Кешенең яратҡан шөғөлө - хобби булыуы бик шәп!
“Аҡбуҙат” журналы конкурсты ойоштороуҙа бик ҙур эш башҡарҙы. Журнал хеҙмәткәрҙәренә һәм уның мөхәррире Лариса Абдуллинаға ҙур рәхмәтлебеҙ! Лариса Хашим ҡыҙы конкурстың эсендә башынан аҙағына тиклем ҡайнап, бүләкләү тантанаһында һәр бер балаға асҡыс тапты.
Ғөмүмән алғанда, барыһы ла юғары кимәлдә үтте, яҡшы ойошторолған. Балалар Урал батыр тураһында йәнһүрәт ҡаранылар, ғилми хеҙмәткәр Николай Григорьевтың ҡыҙыҡлы сығышын тыңланылар, мәмерйәне күрҙеләр. Музей комплексында өлкән ғилми хеҙмәткәр Нәркәс Әбүбәкирова үткәргән экскурсия бик фәһемле булды. Тарихи-мәҙәни музейҙың директоры Фәүзил Маликов балаларҙы бик йылы ҡаршыланы, ошо күркәм сара барышында һәр саҡ яныбыҙҙа булды, уға айырым рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Бик йылы тәьҫораттар менән ҡайтырға юлландыҡ. Камилдың йөҙөнән йылма-йыу китмәне. Ғәҙәттә аралашыусан Камил Шүлгәнташта һүҙһеҙ ҡалғайны, бала арып киткәндер, тип уйлағайным. Юҡ икән! Баҡтиһәң, уны шул тиклем эмоциялар биләгән, үҙенә булған иғтибарҙан ҡаушап ҡалған. “Беҙҙе тәмле итеп ашаттылар, музей, мәмерйә оҡшаны. Ә уҡ атыу бигерәк тә шәп булды! Әсәй, ә беҙ ҡасан тағы ла Шүлгәнташҡа барабыҙ?” - ти ул.
Скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков “Боронғо дөйә” конкурсының баһалама комиссияһының рәйесе булғайны. Уның: "Балалар - беҙҙең өмөтөбөҙ. Улар бөгөн бала, ә иртәгә - халыҡ!”- тигән һүҙҙәре бик хаҡлы. Конкурс балаларҙың күңелен үҫтерҙе, ҡанатландырҙы!
Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА.
Красноусол ауылы.

“Боронғо дөйә”лә еңгәс...
“Боронғо дөйә”лә еңгәс...
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: