+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2022, 17:30

Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә

Бына мин тыуған төйәгемә - тыуған республикама, Ғафурийыма ҡайттым. Күптән түгел мин Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһы янындағы «Геройҙар иле» хәрби-тарихи лагерында булдым һәм ундағы тәьҫораттарым менән уртаҡлашмаҡсымын.

Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә

Бөтә Рәсәйҙән үҫмерҙәр йыйылған лагерҙа үткән 14 көн эсендә барыһы менән дә дуҫлаштым, күп нәмәгә өйрәндем, үҙемдең белемемде күрһәттем һәм Тыуған илемә хеҙмәт иттем, сөнки беҙгә лагерҙа әйтеүҙәренсә, бында ял итмәйҙәр, ә Тыуған илгә хеҙмәт итәләр.
Мин был лагерҙа икенсе тапҡыр булдым, уҙған йыл лагерь Башҡортостанда, Өфө ҡалаһы янында ойошторолғайны. Былтыр “Ирекмән” отрядында булһам, быйыл инде “Һаҡсылар” отрядына индем. Беҙ көн дә иртәнге 6-ла тороп, физик күнекмәләр эшләп, иртәнге ашты ашағас, хәрби әҙерлек дәрестәренә, спорт сараларына йөрөнөк. Барыбыҙ ҙа махсус форма кейеп, ысын хәрбиҙәрсә көн тәртибендә йәшәнек. Хәрби әҙерлек дәрестәрендә “АК-47” автоматын һүтеп-йыйҙыҡ, атыу полигонында булдыҡ, воркаут менән шөғөлләндек, волейбол, баскетбол уйнаныҡ, тактик күнекмәләр үттек, хәрби алыш төрҙәре, социаль проектлау менән таныштыҡ.
Башҡортостандан мин бер үҙем булдым, шуға күрә үҙемә ҡарата йылы мөнәсәбәт тойҙом. Тиҫтерҙәрем араһында үҙемде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә алыуыма, республикам, районым данын лайыҡлы яҡлауыма шатмын.
Әмир КӘЛИМУЛЛИН,
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол
башҡорт гимназия-интернатының 8 “Б” класы уҡыусыһы.

Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: