+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2022, 17:45

Дәрес үҙ маҡсатына өлгәште

8 сентябрь Финанс тармағында эшләүселәр көнө булараҡ 2011 йылдан билдәләнә. 1802 йылдың сентябрендә Император Александр Беренсе Финанс министрлығы ойоштороу тураһында ҡанун сығара. Шулай итеп, төрлө финанс органдар бер ведомствоға берләшә.

Дәрес үҙ маҡсатына өлгәште
Дәрес үҙ маҡсатына өлгәште

Финанс тармағының 220 йыллығы айҡанлы Красноусолдың 2-се мәктәбендә “Финанс грамоталылығы” тип аталған ҡыҙыҡлы һәм заманға күрә кәрәкле асыҡ дәрес үтте. Уны район хакимиәтенең финанс бүлеге начальнигы Светлана Рәшит ҡыҙы Ғөбәйҙуллина алып барҙы. Был дәрестә 7 “А” класы уҡыусылары һорауҙарға яуаптар биреп, үҙҙәре белгәндәрен тулыландырып һөйләп барҙы.
- Хәҙерге заманда финанс яҡтан белемле булыу нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан бик мөһим. Ябай ғына итеп әйткәндә, ул - аҡсаны һаҡсыл рәүештә, дөрөҫ маҡсатта ҡулланыу. Уҡыусылар аҡсаның ниндәй юл менән эшләнгәнен аңлаған осраҡта ғына, уның ҡәҙерен беләсәк. Шуға ла балаларҙы бәләкәй тип тормайынса, ғаиләнең финанс хәле менән таныштырыу кәрәк. Быны аңлаған уҡыусы үҙенең киләсәгенә яуаплы ҡараясаҡ. Ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул иткәндә уйлап эш итәсәк. Ошо йүнәлеш буйынса һөнәр һайларға, йәиһә үҙегеҙҙең был тәңгәлдә белемегеҙҙе үҫтерергә теләһәгеҙ, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, - тип тә өҫтәне Светлана Рәшит ҡыҙы дәрес һуңында.
Аҡса менән эш итеү төплө белем, фекер йөрөтөүҙе талап итә. Асыҡ дәрес барышында уҡыусылар “Яңы Простоквашино” йәнһүрәтенең “Алтын карта” серияһын экран аша ҡарағас, айырыуса йәнләнеп киттеләр. Шариктың финанс яғынан белем кимәле ни ҡәҙәр түбән булыуы хаҡында үҙ фекерҙәрен әйттеләр. Дәрес балаларға бик ҡыҙыҡлы булды. Уҡыусылар “Кредит”, “Ипотека” һәм башҡа төшөнсәләрҙең мәғәнәһен аңлаһа, имтихандарҙа иҡтисади мәсьәләләр сискәндә лә еңел буласаҡ. Процент менән эш итә белгән кеше “бурыстар соҡорона” ла батмаясаҡ. Асыҡ дәрес үҙ маҡсатына өлгәшеүендә финанс бүлеге белгестәре Марина Владимировна Зуеваның, Динислам Азамат улы Исламовтың ярҙамы ла ҙур булды. Дәрес һуңында улар уҡыусыларға татлы күстәнәстәр таратып, тағы ла осрашырбыҙ тигән теләктә таралышты.

Дәрес үҙ маҡсатына өлгәште
Дәрес үҙ маҡсатына өлгәште
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: