+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2022, 10:50

“Үҫеш нөктәһе”нән яңы үрҙәргә

12 сентябрҙә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы Курорт мәктәбендә һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды.

“Үҫеш нөктәһе”нән яңы үрҙәргә
“Үҫеш нөктәһе”нән яңы үрҙәргә

Был үҙәкте асыу тантанаһын мәктәп коллективы, барлыҡ уҡыусы балалар йыйылып тамаша ҡылды. Шатланмаҫлыҡмы ни, бындай үҙәктәр балаларҙы дәрескә ҡыҙыҡһындырыу менән бер рәттән, төп дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү программаларын заманса ҡорамалдар ҡулланып үҙләштерергә ярҙам итәсәк бит.
“Үҫеш нөктәһе”н асыу тантанаһында мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов сығыш яһап, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы үҙәк асылыуы менән ҡотланы һәм 2019 йылдан районда ҡайһы мәктәптәрҙә үҙәктәр асылыуын, ниндәй йүнәлештә эшләүҙәрен әйтеп үтте, барыһына ла яңынан-яңы уңыштар теләне.
Курорт мәктәбе директоры Инна Алевтиновна Пестрякова ла бындай мөмкинлеккә үҙенең сикһеҙ шат булыуын йәшермәне.
- Беҙҙең мәктәптә 78 бала белем ала, йәнә 51-е балалар баҡсаһына йөрөй. Бындай үҙәк асылыу балаларға ғына түгел, уҡытыусыларға ҙур шатлыҡ. Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәремде белдерәм. Биология, физика, химия кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү менән бер рәттән, уҡыусылар араһында робот техникаһы, проектлау, һанлы белем биреү буйынса ла эш алып барыласаҡ. Һәр уҡыусыға ижади эшләү мөмкинлеге буласаҡ. Уҡыусылар ҙур, яҡты, матур бүлмәлә шөғөлләнәсәк. Беҙгә хәҙер алға ҡуйылған аныҡ бурыстарҙы үтәргә, яңы ысулдарҙы ҡулланып өлгәшеү кимәлен күтәрергә, барыбыҙға ла тырышып эшләргә генә ҡала, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Сығыштарҙан һуң “Физика”, “Биология һәм химия” кабинеттары ишегендәге ал таҫма киҫелеп, барыһы ла түҙемһеҙлек менән кластарға үтте. Бөгөнгө көндә химия, биология, физика буйынса лаборатор эштәр, робототехника өсөн ҡорамалдар һәм материалдар килгән, кабинеттарҙа тейешле талаптарға ярашлы ремонт эштәре үткәрелгән, йыһазландырылған. Уҡыусыларҙан кемдер робот техникаларын ҡыҙыҡ күреп күҙәтһә, икенселәре микроскоп аша ҡарарға кереште. Бында уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла ҡыҙыҡлы. Аң-белем алыуҙа заманса технологиялар ҡулланып, киләсәктә ҙур уңыштарға өлгәшергә яҙһын.

“Үҫеш нөктәһе”нән яңы үрҙәргә
“Үҫеш нөктәһе”нән яңы үрҙәргә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: